Конкурсты Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов асты. Ул ҡатнашыусыларҙы еңеүгә дәртләндерҙе. Артабан ойоштороусылар велоуҙыш барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртте.
Иң йәш ҡатнашыусылар араһында Самина Мәғәсүмова, Йәсмин Әсбапова, Камилла Солтанова һәм Ания Хисамова бар ине. Иң өлкәне – Венера Кин-йәбаева.
Ҡатнашыусылар тыуған ауыл урамдары буйлап өс километрҙан ашыу ара уҙҙы. Самира һәм Илхан Закировтар, Гөлназ Әхйәмованың велосипедтары биҙәлештәре менән айырылып торҙо. Закировтар ғаиләһе иң татыуы тип табылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында ҡатнашасаҡ башҡа ауылдарҙа ла бындай саралар планлаштырыла. Әлеге мәлдә уларҙы уҙғарыу графигы раҫлана. Ә бына Юлай ауылында “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы нигеҙендә иҫке өйҙәр-ҙе һүтеп алыу башланған.