Конкурста 14-тән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Бының өсөн, “Культурно-историческое наследие села” мәғлүмәт порталына инеп, “Конкурс “Моя малая Родина” бүлегендә заявканы теркәргә.
2020 йылда эштәр түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителә: “Минең тыуған ауылымдың тарихы”, “Ауылым ҡаһарманлығы”, “Ғаиләне аҫраусы быуын”, “Крәҫтиәндәр шәжәрәһе”, “Рәсәй халҡы традициялары һәм кәсептәре”, “Минең хыялымдағы ауыл – киләсәк ауылы”, “Хәҙерге көн шағирҙары”, “Ауыл блогеры”.
Конкурс ике этапта үтә. Тәүгеһе – “Культурно-историческое наследие села” мәғлүмәт порталында ғариза биреү 2020 йылдың 15 авгусына тиклем барасаҡ. 2020 йылдың 31 октябренә тиклем, икенсе этапта, ҡабул ителгән эштәрҙе баһалау һәм номинанттарҙы билдәләү.
Тәүге призлы урындар яулағандар, һәр номинацияла махсус приз алғандар – диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр, ә уларҙың етәкселәре рәхмәт хаттары аласаҡ. Бүләкләү тантанаһы 2020 йылдың октябрь айында Мәскәү ҡалаһында үтәсәк.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан ауыл хужалы-ғы министрлығы сайтынан алырға була.