Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Июль 2020, 16:00

Йәйҙең иң ижади проекты

10 июлдән “Башҡортостан Республикаһының студент яҙы — Еңеү яҙы” фестивале старт алды һәм заявкалар ҡабул ителә башланы.

Быйыл фестивалдең төбәк этабы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
“Студент яҙы” Дан һәм хәтер йылы сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы концепцияһы аҫтында үтә.
Фестивалдә Башҡортостанда урынлашҡан юғары һәм урта техник белем биреү уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән студенттар, был уҡыу йорттарын 2020 йылда тамамлаусылар ҡатнаша ала.
Фестиваль программаһында 8 йүнәлеш: “Вокал”, “Инструменталь”, “Бейеү”, “Театр”, “Оригиналь жанр”, “Мода”, “Журналистика “ һәм “Видео”.
“Студент яҙы”нда ҡатнашыу өсөн 20 июлгә тиклем “Мероприятия”АИС “Молодежь России” (https://myrosmol.ru/) бүлегендә теркәлеп, https://2020.studvesna.info/festival һылтанмаһы буйынса шәхси теркәлеү формаһын тултырырға һәм үҙ номерың видеояҙмаһына һылтанманы беркетергә.
Йомғаҡ онлайн форматта 1 августа “Бәйләнеш” төркөмөндә яһала (https://vk.com/bashmol).
Еңеүселәр һәм призерҙар “Студент яҙы” бөтә Рәсәй этабында Баш-ҡортостан исеменән ҡатнашыу мөмкинселеген ала. Был сара Дондағы Ростов ҡалаһында 2020 йылдың 5 сентябренән алып 10-ына тиклем үтәсәк.
Фестивалдең төбәк координаторы — Кристина Пушкова, тел. 8-917-367-36-25, электрон адрес [email protected].