Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Март 2020, 13:00

Иң яҡшы эштәр йыйынтыҡҡа инәсәк

Мәсетле районы уҡыусылары иншалар конкурсында ҡатнашты һәм уларҙың икәүһе еңеүселәр исемлегенә инде.

Уҙған йылдың көҙөндә “Ғилем” I иншалар өлкә конкурсы старт алғайны. Уның шарттары буйынса тәҡдим ителгән темаларға башҡорт телендә инша яҙырға кәрәк ине. Ижади бәйгелә милләтенә, теленә, һөнәренә, йәшенә һәм ниндәй енестән булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем ҡатнаша алды.
Мәсетле районы уҡыусылары араһынан Яңы Мишәр мәктәбенән Илина Ғайсина (етәксеһе – Әлфиә Закирова) һәм Башҡорт гимназияһынан Әҙилә Дәүләтова (етәксеһе – Зилә Ғатауллина, икенсе һүрәттә) еңеүселәр иҫәбенә инде.
– Конкурс тураһында интернет аша белеп ҡалдым, – тип һөйләй Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Роберт ҡыҙы. – Темалар күп төрлө ине. Әҙилә уға башҡаларҙың һөйләүе буйынса яҡшы таныш булған ҡартөләсәһе тураһында яҙырға ҡарар итте. Матур итеп яҙғандан һуң, уны күрһәтелгән электрон адресҡа ебәрҙе.
Бәйгегә ҡулдан яҙылған иншаны фотоға төшөрөп ебәрергә мөмкин ине.
Конкурс 21 февралдә тамамланды. Эштәрен ебәреүселәрҙең барыһы ла ойоштороусынан ҡатнашыусы сертификаты һәм рәхмәт хаттары аласаҡ. Еңеүселәрҙең эштәре белгестәр – баш-ҡорт теле уҡытыусылары, корректор-ҙар, мөхәррирҙәр һәм биҙәүселәр әҙерләйәсәк “Ғилем” йыйынтығына инәсәк.