Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Март 2020, 19:00

Иң шәптәр асыҡланды

Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы базаһында “Илде һаҡлаусылар, алға!” республика спорт-мәғариф уйынының район этабы уҙҙы. Унда 13 мәктәп командаһы ҡатнашты.

Уйын биш этаптан тор-ҙо. Сәләмләүҙә командалар үҙҙәре менән таныштырҙы, речевка әйтте, йырланы. Жюри фекеренсә, был этапта Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенән “Моряктар” иң яҡшыһы булып сыҡты.
Капитандар ярышында график диктант уҙғарҙылар. Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Әмир Ҡәҙербирҙин ҡушылған эште иң яҡшы баш-ҡарып сығыусы булды.
Спорт залында бәйгеселәрҙе ҡаршылыҡтар һыҙаты көтә ине. Бында змейканы, туннелдән үтергә, баҫҡыс буйлап күтәрелергә, тупты кәрзингә ырғытырға һәм ҡаршылыҡтар аша һикереп сығырға кәрәк булды. Бында Оло Ыҡтамаҡ лицейының “Етеҙ кедалар” командаһына етеүсе табылманы.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙе тикшереү тест формаһында ойошторолдо. Дыуан-Мәсетле мәктәбенән “Тоғро дуҫтар” командаһы был ҡағиҙәләр- ҙе яҡшы белеүҙәрен күрһәтте.
Күп һанлы саралар араһында иң иҫтә ҡалырлығы экология буйынса конкурс ине. Ҡатнашыусылар органик матдәләр менән тәжрибәләр яһаны.
Шулай итеп, уҡыусылар спорт һәм интеллектуаль бурыстарҙы хәл итте. “Илде һаҡлаусылар, алға!” уйыны йом-ғаҡтары буйынса Башҡорт гимназияһының “Патриоттар” командаһы еңеүсе тип табылды. Икенсе урынға Ләмәҙтамаҡ мәктәбенән “Моряктар” командаһы сыҡты, өсөнсө урында – Оло Ыҡтамаҡ лицейының “Етеҙ кедалар” һәм Дыуан-Мәсетленең “Тоғро дуҫтар” командалары.
Ярышта еңеп сыҡҡан “Патриоттар” Мәсәғүт ауылында үтәсәк зональ ярышта ҡатнашыу хоҡуғы алды.