Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Март 2020, 13:00

Илһам шишмәләре

Үҙәк район китапханаһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Илһам шишмәләре-2020” әҙәби конкурсы уҙғара.

Унда 10 йәштән алып һәм өлкәнерәк булған төрлө жанрҙарҙа һүҙ сәнғәте оҫталары ҡатнаша ала.
Конкурс 27 мартта үҙәк район китапханаһында үтәсәк. Башланыу ваҡыты – 10.00 сәғәт.
Ҡатнашыусыларға төп талаптар: үҙең ижад иткән бер әҫәрҙе йәки әҫәрҙән өҙөктө башҡарыу, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау менән байытылһа тағы ла яҡшыраҡ. Һәр ҡатнашыусыға 5 минут ваҡыт бирелә.
Конкурс эштәрен үҙең менән алып килеп, конкурс башланғансы жюриға тапшырырға.
Һеҙҙе Ленин урамы, 24/1 адресы буйынса көтәбеҙ. Телефон 2-00-31.