Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Март 2020, 16:00

Зарница

Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 31 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған “Зарница” республика хәрби-спорт уйынының муниципаль этабы үтте.

Мауыҡтырғыс ярыштар район мәктәптәренең етенсе, һигеҙенсе, туғыҙынсы кластары өсөн уҙғарылды.
Сара ғәҙәттәгесә башланды: дөйөм теҙелеү, командирҙар һалын-ған йәрәбә буйынса подполковникка рапорт тапшырҙы. Шуның артынса строй һәм йыр смотры үтте. Маршрут ҡағыҙҙары алғандан һуң барыһы ла ярышҡа йүнәлде.
Командалар уйындың төрлө этаптарында белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, пневматик винтовканан атыу, автоматты һүтеп-ҡороу, турниктағы күнекмәләр, граната ырғытыу – был әле заданиеларҙың теүәл исемлеге түгел. “Мин – Рәсәй гражданы” конкурсында балаларҙың хәрби хеҙмәттең хоҡуҡи нигеҙҙәре буйынса белемдәрен тикшерҙеләр. “Ҡаршылыҡтар һыҙаты” этабы ҡатмарлы һынау булып сыҡты, унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһенән таһыллыҡ, етеҙлек һәм физик сыҙамлыҡ талап ителде. Командаларға һәр этапта балдар бирелде.
14 ҡатнашыусынан торған командалар араһында Оло Аҡа ауылы мәктәбе вәкилдәре еңеү яуланы. Икенсе урында – Башҡорт гимназияһы һәм өсөнсө – 1-се лицей.
Ун кешелек командалар ара-һында Теләш мәктәбе уҡыусылары иң яҡшыһы тип табылды. Икенсе урынға – Яңы Мөслим, өсөнсөгә Яңы Мишәр мәктәбе сыҡты.
Парад һуңында барыһын да тәмле төшкө аш көтә ине.