Мәсетле районында ул беренсе тапҡыр үткәрелде һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Уны район хакимиәте һәм күп профилле колледж филиалы ойошторҙо.
Конкурсанттарға бер нисә һынау үтәһе бар ине. Беренсе этапта ҡатнашыусылар визит карточкаларын күрһәтте: үҙҙәре, машина йөрөтөү тәжрибәһе, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән тәүге осрашыуҙары хаҡында һөйләне.
Икенсе этапта Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен тикшерҙеләр. Конкурсанттарға махсуслаштырылған компьютер программаһында 20 имтихан һорауына яуап бирергә кәрәк ине.
Артабан конкурста ҡатнашыусылар, жюри һәм көйәрмәндәр автодромға күсте. Конкурсанттар үҙ автомобилдәрендә машина йөрөтөү оҫталыҡтарын ғәмәлдә күрһәтте – параллель парковканы, эстакадаға менеүҙе, “гараж” күнекмәһен, “90 градусҡа боролоуҙарҙы” һәм “змейка”ны үтәне.
Һуңғы “Үҙемә үҙем мастер” этабында бәйгеселәр тиҙлеккә автомобиль тәгәрмәсен алмаштырҙы.
Һәр этапта ҡатнашыусылар тапҡырлыҡ, йөрөтөү оҫталығы һәм юмор тойғолары барлығын күрһәтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса “Мәсетле районы автомены-2020” исеменә Фуат Солтанов эйә булды, икенсе урынды – Мансур Шәрипов, өсөнсөнө Максим Михайлов алды.
Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар һәм аҡсалата приз-дар менән бүләкләнде.