Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Февраль 2020, 17:00

Педагогик оҫталыҡ байрамы

Район Мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы-2020” 30-сы республика конкурсының муниципаль финал этабы булды.

Быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейынан һәм Башҡорт гимназияһынан, Дыуан-Мәсетле, Әләгәҙ, Әжекәй, Яңы Мишәр, Оло Аҡа, Түбәнге Бобин һәм Йонос мәктәптәренән 13 уҡытыусы конкурста ҡатнашты, улар 15 ғинуар- ҙан 31-енә тиклем ситтән тороп һәм туранан-тура ҡатнашыу турҙарында һынау үткәйне. Шулар араһынан 6 педагог финалға сыҡты.
Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова асты. Ул “Йыл уҡытыусыһы”ның йыл һайын сағыу, талантлы педагогтарҙың яңы исемдәрен асырға мөмкинлек биреүсе әһәмиәтле ваҡиға булыуын билдәләне.
Артабан финалсылар үҙҙәре менән таныштырҙы һәм “Оҫталыҡ дәрестәре”ндә педагогик оҫталыҡтарын күр-һәтте. Сәхнәлә тотош театр тамашаһы йәйелдерелде. Конкурсанттар таланттары менән балҡыны, юғары башҡарыу оҫталығы, йырлай, зал менән аралаша белеүҙәрен, заманса технологияларҙың киң даирәһен күрһәтте. Сығыштарына тағы ла нығыраҡ сағыулыҡ һәм күркәмлек өҫтәп, коллегалары һәм уҡыу- сылары уларға ярҙам итте.
Заданиеларҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң, район мәғариф бүлегенең баш белгесе Айгөл Ризванова етәкселегендәге компетентлы жюри йомғаҡ яһаны.
Шулай итеп, “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Оксана Лысова (һүрәттә) булды. Ул быйыл яҙ буласаҡ республика конкурсында беҙҙең район исеменән сығыш яһаясаҡ.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” номинацияһында – Башҡорт гимназияһынан Айгөл Айсина, “Рус теле һәм әҙәбиәте” – Түбәнге Бобин мәктәбенән Анна Рамазанова, “Татар теле һәм әҙәбиәте” – Оло Аҡа мәктәбенән Альбина Нурыева, “Һөнәренә һөйөү һәм профессияға бирелгәнлеге өсөн” – Башҡорт гимназияһының география уҡытыусыһы Гөлназ Ниғәмәтйәнова, “Ижад һәм илһам” – Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльвера Абдрахманова финалға сыҡты.