Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Ғинуар 2020, 15:00

Беҙҙең атайҙар барыһын да булдыра

Яңы йыл байрамы көндәрендә районда “Минең атай барыһын да булдыра” конкурсы үтте.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мәҙәниәт һарайында ғаилә башлыҡтары ысынлап та һәр нәмәгә һәләтле икәнлектәрен күрһәтте. Улар ғаиләне тәьмин итеү менән бер рәттән балалар менән дә уйнай белә: бергәләп бейейҙәр, нимәлер төҙөйҙәр, идара итәләр.
Балалар алдында геройға әйләнеү мөмкинлеге атайҙар-ҙың етерлек ине. Улар балыҡсы, водитель, электрик, бейеүсе, снайпер ролен үтәне, тиҙлектә, мәргәнлектә, уйлап сығарыу оҫталығында көс һынашты. Дүрт ғаилә лә һынау-ҙарҙы теүәл үтәне.
Әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Кәрәк сағында әйтеп торҙолар, дәртләндерҙеләр, хатта идара итеүҙе үҙ ҡулдарына алдылар. Яҡындарының хуплап тороуы атайҙарға көс өҫтәне, дәртләндерҙе.