Был йәһәттән Ғәлимйән Кәримовтың Мәсетле районы тарихы һәм кешеләре тураһында баһалап бөткөһөҙ бай мәғлүмәт туплаған “Йылдар, юлдар буйлап” йыйынтығы ярҙам-ға килә.
Ғәлимйән Тимербай улы 1952 йылдың 15 мартында Мәсетле районының Иҫәнбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, СССР Оборона министрлығының “Выстрел” юғары офицерҙар курсын тамамлаған.
Ғәлимйән Кәримов ике йыл Яңы Мишәр урта мәктәбендә уҡытҡандан һуң КПСС-тың Мәсетле райкомында пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы, мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1984 йылдан – “Әй” совхозы парткомы секретары.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында “Коммунист” район гәзите мөхәррире, КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары, “Урал” телепрограммаһы мөхәррире, “Баш-ҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы корреспонденты булып эшләй. Бер нисә саҡырылыш район һәм ауыл Советтары депутаты итеп һайлана, райондың күп йәмәғәт ойошмаларын етәкләй.
Ғәлимйән Тимербай улы журналистика өлкәһендә уңышлы эшләне һәм эшләй. 1964 йылдан башлап уның мәҡәләләре һәм очерктары район һәм республика гәзиттәрендә донъя күреп тора.
“Йылдар, юлдар буйлап” йыйынтығында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәгән билдәле шәхестәрҙең тормошо һәм улар менән булған ваҡиғалар һүрәтләнә. Ә шулай ҙа төп урынды Мәсетле ерендә йәшәгән һәм эшләгән райондаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр һәм очерктар биләй. Уның геройҙары – төрлө милләт вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре, төрлө йәштәге герой-ҙар. Барыһын да бер нәмә – тыуған төйәккә, уның киңлектәренә һәм тәбиғәтенә һөйөү һәм уға һоҡланыу тойғоһо берләштерә.
Ғүмер буйы ошо Мәсетле ерендә йәшәгән автор яҡташтарының көнкүреше, көндәлек эштәре һәм мәшәҡәттәре менән яҡшы таныш, шуға күрә йыйынтыҡтағы һәр очерк һәм мәҡәлә әҙәби әҫәр кеүек уҡыла. Улар ябай уҡыусыға аңлайышлы итеп яҙылған.
Совет һәм партия эшмәкәре, журналист, яҙыусы Ғәлимйән Кәримовтың районыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға индергән өлөшө юғары баһаға – әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһына лайыҡ.
Мәсетле ҡасаба-ара китапхана системаһы коллективы.