Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2019, 16:00

Йәш рассамдың уңыштары

2019 йылдың майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған А. Э. Тюлькин исемендәге XIV Халыҡ-ара балалар художестволы ижад конкурсы үтте.

Унда бөтөн донъянан меңләгән йәш рәссам ҡатнашты. Конкурсҡа Мәсетле районы Балалар сәнғәт мәктәбенән “Һынлы сәнғәт” бүлексәһе уҡыусыларының 23 эше ебәрелгәйне.

Һөҙөмтәлә “Һынлы сәнғәт” номинацияһында (14-17 йәш) Данил Вәисов (уҡытыусыһы Лилиә Нуртдинова) еңеүсе (дипломант) булды. Уның “1918 йыл. Әжекәй ауылындағы фажиғә алдынан” эше РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы А. Р. Тереғолов етәкселегендәге компетентлы жюри тарафынан юғары баһаланды.

Балалар сәнғәт мәктәбе етәкселеге.