Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2019, 14:51

Музыка менән гармонияла

Өфөлә “Иң яҡшыларҙан яҡшыһы” проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында X Халыҡ-ара “Илһам” конкурс-фестивале үтте.

Жюри составына Рәсәй, сит илдәр сәнғәт белгестәре ингәйне.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалдә ҡатнашыусылар һаны был юлы рекордлы булды. Инструменталь музыка, вокал, хор, фольклор, хореография номинацияларында күп һанлы ҡатнашыу- сылар үҙ һәләттәрен күрһәтте.

Сара сағыу, ваҡиғаларға бай, күп жанрлы килеп сыҡты. Был мәртәбәле конкурста ҡатнашыусылар араһында бәләкәй йондоҙсоғобоҙ – Дыуан-Мәсетле мәктәбенең алтынсы класс уҡыусыһы Фирҙәүес Мөхәмәтова ла бар ине. Ул 11-12 йәшлектәр араһында “Эстрада вокалы” номинацияһында I дәрәжә дипломант булды.

Ҡыҙ өсөнсө йыл Балалар сәнғәт мәктәбендә Рәғиҙә Сәхәүетдинова етәкселегендә шөғөлләнә. Педагогтың һөнәри оҫталығы Фирҙәүескә төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә күп тапҡырҙар еңеү яуларға ярҙам итте, ә бына халыҡ-ара конкурста тәүге тапҡыр ҡатнаша. Рәғиҙә Абзал ҡыҙының һүҙҙәренсә, уның тәрбиәләнеүсеһе бик һәләтле, һәм уны киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр көтә әле.

Вокалдан тыш Фирҙәүес спорт менән шөғөлләнә, ҡумыҙҙа уйнай, шиғырҙар уҡый һәм былар уның мауығыуҙарының бер өлөшө генә әле. Мәктәптә бар предметтар буйынса ла тик “бишле” билдәләренә өлгәшә. 11 йәшлек ҡыҙҙың уңыштары – ул ата-әсәһенең дә тырышлығы. уларҙың ярҙамы һәм һөйөүе юғары үрҙәргә ирешергә мөмкинлек биргән.