Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Ноябрь 2019, 17:00

Геройҙар – эргәлә

Республикала юғары класс уҡыусылары өсөн “Һинең менән йәнәш йәшәгән герой” конкурсы старт алды.

Ул Төньяҡ Кавказдағы һуғыштарға арналған. Юғары кластарға беренсе һәм икенсе чечен һуғыштары ветерандары тураһында инша яҙырға тәҡдим итәләр.

25 йыл элекке ваҡиғаларҙа Рәсәй һалдаттары батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ҡайһы саҡ хатта үҙ ғүмере хаҡы менән. үҫеп килеүсе быуынға был хаҡта белергә кәрәк. “Һинең менән йәнәш йәшәгән герой” конкурсына инша яҙыу өсөн уҡыусыларға материалдарҙы өйрәнергә, яу ветерандары менән аралашырға һәм үҙ иленең тарихы менән яҡынданыраҡ танышырға кәрәк.

Хәҙер конкурстың мәктәп этабы республиканың бөтә уҡыу йорттарында ла үтә. Акция юғары класс уҡыусыларының 50 меңдән ашыуырағын солғап алыр, тип планлаштырыла. Конкурс иншаһының формаһы төрлө булырға мөмкин – эссе, хикәйә, повесть, шиғыр-ҙар йәки интервью. Иң мөһиме, ти ойоштороусылар, ҡатнашыусылар ижади эшкә күңелен бирһен. Иншалар ҡаты һайлап алыу үтәсәк.

Конкурстың муниципаль этабында призлы урындар алыусы еңеүселәрҙе, шулай уҡ айырым номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләйәсәктәр. Иң яҡшы эш киләһе йылдың ғинуарында иғлан ителәсәк.