Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Ноябрь 2019, 12:00

Йөрәгемде балаларға бирәм Светлана САЙ

Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Иң яҡшы педагогтар динас-тияһы” төбәк-ара конкурсы үтте.


Уҡытыусылар династиялары өс номинацияла ярышты: “Быуаттан быуатҡа”, “Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Фән – ул тормош”. Ҡатнашыусылар 10 минут эсендә үҙ династияларының тарихы менән ижади формала таныштырырға тейеш ине.

Ҡыҙым менән миңә был конкурста икенсе тапҡыр ҡатнашыу бәхете тейҙе. Беҙ “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында сығыш яһаныҡ. Сығыштарҙың барыһы ла маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Өс йүнәлештә лә Баш-ҡортостан Республикаһынан династиялар еңеүсе тип табылды. Бынан тыш, жюри ике династияға “Педагогик динас-тия” конкурсының махсус призын тапшырҙы. Шуның береһе беҙҙә – Жильцовтар-Дреминдар-Сай династия-һында.

Был конкурс республикала 2012 йылдан уҙғарыла. Ошо мәлдән унда республиканан 170-тән ашыу династия ҡатнашты. “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы педагогтар династияһы” республика конкурсы 2019 йылда “Иң яҡшы педагогтар динас-тияһы” төбәк-ара конкурсына әйләнде. Был проект “2019 йылда юғары белем мәғариф учреждениелары араһында йәштәр проекттары Бөтә Рәсәй конкурсы” еңеүсеһе булып тора. Педагогтар бәйгеһен ойоштороусыларҙың маҡсаты – уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн династиялар вәкилдәренә йәмәғәт рәхмәте белдереү, мәғариф өлкәһендә рухи һәм ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау.

Светлана САЙ,

Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡытыусы-логопеды.