Әҙәби конкурсты “Йәшлек” гәзите редакцияһы мөхәрририәте Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән берлектә ойошторған.
Әҫәрҙәрҙе “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең мәртәбәле һәм абруйлы вәкилдәре – Әмир Әминев, Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай һәм “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов баһалаған. Конкурста барлығы 73 әҫәр ҡатнашҡан, шуларҙың 37-һе гәзит биттәрендә донъя күргән.
Жюри ағзаларының ҡарары менән Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсының төп еңеүсеһе билдәләнмәне. 50 мең һум приз биш авторға бүлеп тапшырыласаҡ: Сабит Фазлыев (“Бөрсә” хикәйәһе, псевдонимы – Ғәҙелйән), Таңһылыу Вәлиева (“Мүк өҫтөндә бөрлөгән” – Айһылыу Аҡсурина), Тамара Ғәниева (“Ташҡын” – Әҡлимә Садиҡова), Сәлимйән Бәҙретдинов (“Бер бүрек бәрәңге” – Шоңҡар), Ғарифулла Япаров (“Сабышҡан йондоҙҙар” – Инйәр).
“Алдан иғлан ителеүенсә, конкурста ҡатнашҡан хикәйәләрҙең “иң-иң”дәре айырым йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк. Унда, еңеүселәрҙән тыш, Рима Әхмәтйәнова (“Иманға юл”), Тәскирә Даянова (“Дилә”), Лениза Шакирова (“Сәйер эҙ”), Зөһрә Бәшәрова (“Утын”) һәм Алһыу Ишемғолованың (“Миҙаллының ҡайтыуы”) әҫәрҙәре индерелә. Был авторҙар ҙа иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә. Ошо авторҙарҙың барыһын да 29 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә редакцияла, бүләкләү тантанаһында көтөп ҡалабыҙ”, - тип хәбәр итә “Йәшлек” гәзите.