Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Сентябрь 2019, 18:00

Ҡумыҙсылар конкурсы

Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан уҙғарыла.

Уға нигеҙ һалыусы – бөтөн донъяла танылыу яулаған виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов, Мәсетле районы хакимиәте һәм Баш-ҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы инициаторҙар һәм ойоштороусылар булып сығыш яһай.

Был үҙенә күрә уникаль күркәм байрамдың тап Мәсетле ерендә уҙғарылыуы осраҡлы түгел, сөнки Мәсетле ере һәр ваҡыт фольклорсылары, ҡумыҙсылары, башҡорт инструменталистары менән дан тот-ҡан, ул әлегә ҡәҙәр милли мәҙәниәттең тейелмәгән мөйөшө булып ҡала, тикшеренеүселәр бында мәңгелеккә юғалтылған булып тойол-ған музыка ҡоралдарын таба. Скрипканан алдағы ҡыл-ҡумыҙҙы ла нәҡ ошонда таптылар, ошонда уҡ мандолинала, скрипкала, тимер һәм ағас ҡумыҙҙа уйнаусыларҙың иң яҡшы яҙмалары яһалған. Был тө- бәк – донъяның күренекле виртуоз ҡумыҙсыларын әҙерләү урыны.

Конкурс традиционға әүерелде һәм мәҙәниәт, халыҡ ижады өлкәһендә ныҡлы позициялар биләргә өлгөрҙө. Был күләмле сарала Башҡортостандан ғына түгел, ә Япония, Ҡаҙағстан, Алтай Республикаһы, Саха (Якутия), Тыва, Татарстан республикаларынан, Ҡурған, Ульяновск өлкәләренән, Пермь, Мәскәү, Силәбе, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Һамар ҡалаларынан 300-ләп кеше ҡатнаша. Былтырҙан конкурсҡа халыҡ-ара статусы бирелгән, быйыл ул “Әй ауазы” тигән исем алды. Йылдан-йыл ҡатнашыу-сылар географияһы киңәйә генә һәм конкурстың абруйы арта. Ул башҡорт халҡының ғына түгел, ә дөйөм төрки халыҡтарҙың традицияларын артабан үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу өсөн ҡеүәтле импульс бирә. Ул Рәсәйҙә һәм унан ситтә йәшәүсе барлыҡ туғандаш халыҡтар-ҙың йөрәктәрен берләштерә, үҙ халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята һәм тарих тәрәнлеген аңларға мөмкинлек бирә.

2017 йылда районда Башҡортос-тан Республикаһында беренсе һәм донъяла бишенсе ҡумыҙ музейы асылды!


Төрлө йылдарҙа Гран-приға Һабанаҡ ауылынан Энгельс Ғәлиәкбәров (2007), Ғафури районынан Илһам Байбулдин (2009), Ейәнсура районынан Артур Ғайсаров (2011), Силәбе ҡалаһынан “Урал моңо-2014” XVII Халыҡ-ара төрки йәштәр музыкаль ижады конкурс-фестивале дипломанты Тюрген Кам (2013), Һөләймән ауылынан “Мираҫ” фольклор коллективы (2015), Һөләймән ауылынан Зәйнетдин (2017) һәм Благовар районынан Илмир Ҡоҙабаев (2019) эйә булды.