Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Сентябрь 2019, 17:00

“Мәсетле оҫтаханаһы”

Ике йылға бер тапҡыр “Мәсетле оҫтаханаһы” конкурсы үтә.

Был конкурсҡа 2011 йылда башланғыс һалына, ул саҡта бәйге район кимәлендә генә уҙғарыла. Конкурсты ойоштороп, район хакимиәте халыҡ традицияларын тергеҙеүҙе һәм һаҡлап ҡалыу, Баш-ҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе һәм халыҡтың художестволы һөнәрҙәрен һәм кәсептәрен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Тәүге йылда уҡ “Мәсетле оҫтаханаһы” районыбыҙҙың халыҡ оҫталарына бай булыуын күрһәтте. Халыҡ кәсептәренең ауыл кешеләре тормошонда мөһим урын биләүе һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыу- ҙырыуы аңлашылды. Шул саҡта был конкурсҡа күрше райондар һәм өлкәләрҙән оҫталар саҡырып даими уҙғарыу ҡарары ҡабул ителә лә инде. Халыҡ оҫталарының аралашыу һәм тәжрибәләре менән алмашыныу мөмкинлектәре барлыҡҡа килде. Үҙенсәлекле оҫталарҙың бындай осрашыуҙары тамашасылар өсөн һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, сөнки конкурстарҙың айырым төрҙәре күп нәмәлә – уникаль.

Бөгөн конкурс төбәк-ара статусына эйә, сөнки унда Башҡорт-остандан ғына түгел, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан командалар ҡатнаша.