Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Сентябрь 2019, 17:57

Һабанаҡ егете “Башҡорт йыры” конкурсында ҡатнаша

“Башҡорт йыры” телевизион конкурсы үҙенең туғыҙынсы миҙгелен башланы. Быйыл унда ҡатнашыу өсөн 40-тан ашыу кеше заявка биргән. Уларҙың ни бары 18-е генә һайлап алыу турын үткән. Улар араһында яҡташыбыҙ, талантлы Һабанаҡ ауылы егете, Өфө сәнғәт училищеһы студенты Фәдис Бәҙретдинов та бар.

https://bash.news/bst/konkurs/bashkort-yyry-19 һылтанмаһы буйынса БашНьюс сайтына инеп, уның өсөн тауыш бирә йәки фотоһы аҫтындағы “йөрәк”кә баҫа алаһығыҙ. Тауыш биреү 24 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡорт йыры” конкурсын 2011 йылда “Башҡортостан” ТРК-һы ойоштора. Проекттың маҡсаты – башҡорт музыкаһын пропагандалау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлау, йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу һәм башҡалар. Конкурста 18-ҙән 40 йәшкә тиклемге башҡорт йырҙарын башҡарыусылар ҡатнаша ала.
Йыл һайын конкурс географияһы киңәйә. Унда республиканан ғына түгел, ә Татарстан, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа Рәсәй төбәктәренән ҡатнашалар. Башҡарыусыларға төбәп ебәрелгән хаттар һәм интерактив тауыш биреүселәр һаны “Башҡорт йыры” һәм “Йыл йыры” тапшырыуҙарының рейтингы юғары булыуы тураһында һөйләй.