2001 йылдан башлап районда әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ике йылға бер тапҡыр яҡташ шағирыбыҙ исемендәге премия бирелә. Положениеға ярашлы, премия Мәсетле районы Советы ҡарары менән яҙыусылар, журналистар, композиторҙар, шағирҙар, фольклорсылар, тарихсылар, рәссамдарҙың иң талантлы, йәмәғәт танылыуы алған юғары художестволы әҫәрҙәре өсөн, артистар, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең юғары профессиональ художество-ҡуйыу, сәхнә эшмәкәрлеге өсөн һәм районды социаль-иҡтисади, рухи-әхлаҡи үҫтереүҙәге хеҙмәттәре, районды унан ситтә данлаған өсөн бирелә.
Р. Әхтәри исемендәге премияға дәғүә итеүгә әҫәрҙәр һәм эштәр предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, ижади союздар, уҡыу йорттары, йәмәғәт берекмәләре, киң мәғлүмәт саралары редакциялары, нәшриәттәр, ябай граждандар тарафынан тәҡдим ителә.
Әҙәби әҫәрҙәр нәшриәттәр һәм матбуғат баҫмалары тарафынан баҫтырып сығарылғандан һуң, ә музыка, театр, хореография, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре – улар менән күргәҙмәләр-ҙә, матбуғатта, концерттарҙа киң йәмәғәтселек танышҡандан һуң ғына тәҡдим ителә ала. Эштәрҙе 1 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин, дәғүә итеүсенең йәше сикләнмәгән.