Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Июнь 2019, 13:40

Гран-при – Благовар ҡумыҙсыһында

19-20 июндә республиканың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең бар ҡумыҙсылары һәм өзләүселәре етенсе тап-ҡыр Мәсетле районында йыйылды.

Бында боронғо музыка ҡоралында уйнау оҫталары һәм бөтөнләй йәш ҡумыҙсылар – барлығы 46 солист һәм 19 ансамбль – ике көн дауамында сағыу милли костюмдарҙа халыҡ көйҙәрен көйләне, башҡарыу оҫталығында көс һынашты. Конкурс ике турҙа ике йәш категорияһы буйынса үтте: 16 йәшкә тиклемгеләр һәм 16 йәштән өлкәндәр.

Байрам ҙур гала-концерт менән район Мәҙәниәт һарайында тамамланды. Унда Баш-ҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.

– Ҡәҙерле яҡташтарым, “Әй ауазы” төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар! Был көн конкурста ҡатнашыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең барлыҡ бай мәҙәниәтебеҙ өсөн дә ҙур байрам, – тине ул. – Ҡатнашыу-сылар араһында балалар менән йәштәрҙең арта барыуы ҡыуаныслы хәл. Тимәк, мәҙәни мираҫ, ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләү – ышаныслы ҡулдарҙа һәм артабан да киләсәк быуынға тапшырыласаҡ.

Әминә Ивний ҡыҙы республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ул дөрөҫ һәм ғәҙел баһалаған оҫта жюри ағзаларына, балаларҙы һәм конкурсанттарҙы әҙерләгән педагогтарға рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ сараны юғары профессиональ кимәлдә үткәргән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин етәкселегендәге район етәкселеген билдәләне. Ул, Роберт Заһретдинов башлап йөрөмәһә һәм район етәкселеге уны күтәреп сыҡмаһа, ошондай ҙур фестиваль булмаҫ ине, тип билдәләне.

Яҡташыбыҙ, мультиинструменталист Зәйнетдиндең, Таулы Алтайҙан бар донъяға билдәле өзләүсе, йырсы Болот Байрышевтың, конкурстың финалына сығыусыларының һәм райондың иң яҡшы ижади коллективтарының сығыштары байрам ҡунаҡтары өсөн бик матур музыкаль бүләк булды.

Гала-концертта иң яҡшы сығыш яһаусылар билдәләнде. III дәрәжә диплом Фуат Ҡужахмәтовҡа (Ейәнсура районы), Данис Ғәлимовҡа (Мәсетле районы), Айтуған Зәйнетдиновҡа (Мәсетле районы), “Мираҫ” ҡумыҙсылар ансамбленә (Мәсетле районы), “Серҙәштәр” фольклор коллективына (Әбйәлил районы), Алексей Тыдыковҡа (Кемерово өлкәһе) бирелде.

II дәрәжә дипломға Байрас Ғафаров (Баймаҡ районы), Риф Аралбаев (Татарстан Республикаһы), “Ҡарасай” ҡумыҙсылар ансамбле (Учалы районы), “Байрам” ҡумыҙсылар ансамбле (Мәсетле районы), Данир Мәсәлимов (Ғафури районы) эйә булдылар.

I дәрәжә диплом Алтынай Дусмөхәмәтоваға (Мәсетле районы), Илнур Хәйруллинға (Ишембай районы), “Йәншишмә” ҡумыҙсылар ансамбленә (Баймаҡ районы), “Шишмәкәй” ҡумыҙсылар ансамбленә (Балаҡатай районы), Рәсих Саҙиҡовҡа (Күгәрсен районы) тапшырылды.

Ҡумыҙсылар конкурсына нигеҙ һалыусы яҡташыбыҙ Роберт Абдрахман улының ҡыҙы Айһылыу Заһретдинова махсус призын – көмөш ҡумыҙҙы Баймаҡ районынан йәш ҡумыҙсы Байрас Ғафаровҡа тапшырҙы һәм атаһының яратҡан һүҙҙәрен әйтте: “Ә хәҙер эш һинең үҙеңдән тора, Байрас!”.

“Әй ауазы” ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында Гран-приға Благовар районынан Илмир Ҡоҙабаев эйә булды. Үҙенең еңеүен ул ғаиләһенә арнаны. Әйткәндәй, Илмир был конкурста етенсе тапҡыр ҡатнаша. Бүләкләнгәндән һуң ул “Уралтау” ҡобайырынан өҙөк башҡарҙы һәм был әҫәрҙе Роберт Заһретдиновтың бик яратыуын билдәләне.

Мәртәбәле конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ. Ҡумыҙ байрамы, йылдан-йыл үҙ сиктәрен киңәйтеп, киләсәктә лә йәшәһен, ә ҡумыҙ моңо башҡорт ерендә генә түгел, илебеҙ буйлап таралһын!