Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Май 2019, 17:06

Алда тик яңы еңеүҙәр!

“Таланттар йондоҙлоғо-2019” бүләкләү тантанаһы булды

22 майҙа район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының иң яҡшы уҡыусыларына, Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары, спорт ярыштары, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары һәм дипломанттарына, шулай уҡ уларҙың остаздарына ҡарата рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Тантаналы сараны Башҡорт гимназияһы менән Яңы Мишәр мәктәптәренең йыйылма хоры Рәсәй һәм Башҡортостан гимн-дарын башҡарыу менән асып ебәрҙе.

Бүләкләр алдынан район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин уҡыусыларҙың барыһына ла яңы уңыштарға ирешеүҙәрен теләне. “Белемгә ынтылыу” номинацияһында ул Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында ҡатнашҡан 14 уҡыусыны бүләкләне. Мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов ғилми-тикшеренеү конференцияларының туранан-тура ҡатнашыу этаптарында еңеүсе 53 уҡыусыға наградалар тапшыр-ҙы. Мәғариф бүлеге баш белгесе Айгөл Ризванова 13 баланы уңышлылыҡ символы менән дәртләндерҙе. “Олимп үренә” номинацияһында – 13, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн 8 бала бүләкләнде.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова “Берҙәмлек” клубын “Әүҙем йәшәү позицияһы” номинацияһында еңеүҙәре менән ҡотланы.

Быйыл 9 уҡыусы “Йыл уҡыу-сыһы” исеме өсөн көрәште. III урын өсөн ҡиммәтле бүләктәр менән Оло Аҡа мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айгөл Әхтәрова, II – Эмиль Баһаманов (10-сы класс, Башҡорт гимназияһы) бүләкләнде. Ә 10-сы класс уҡыу-сыһы Зөлфиә Хафизова (Баш-ҡорт гимназияһы) ҡиммәтле бүләктән тыш, еңеүсе кубогы һәм таҫмаһына лайыҡ булды.