Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Май 2019, 13:06

Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары

Тағы ла хәүефһеҙ тәгәрмәс әйләнә башланы



Йәш велосипедсыларҙың “Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2019” традицион район конкурсы булды.

Уны ойоштороусылар булып мәғариф бүлеге һәм Рәсәй МВД-һының БР Мәсетле районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе сығыш яһаны.

Был юлы конкурс Яңы Мишәр, Дыуан-Мәсетле, Әләгәҙ, Оло Ыҡтамаҡ һәм Оло Аҡа мәктәптәренән биш команданы йыйҙы. Составтарында икешәр ҡыҙ һәм икешәр малай булған командалар көс һынашты. Балалар был һынауға оҙаҡ әҙерләнде, конкурс башланыр алдынан залдағы атмосфера көсөргәнешле ине: остаздар һуңғы кәңәштәрен бирҙе, айырыуса нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген иҫтәренә төшөрҙө.

Ярыш башланырҙан алда балаларҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Вадим Шәрипов сәләмләне. Ул малайҙар һәм ҡыҙҙарға уңыштар теләне, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсы яҡшы традицияға әйләнеүен билдәләп үтте.

Беренсе ижади конкурсҡа командалар етди һәм яуаплы ҡараны. Һәр сығыш үҙенсәлеклелеге һәм ҡыҙыҡ булыуы менән һөйөндөрҙө, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Ҡатнашыусылар йәш ҡағиҙә боҙоусыларҙы күҙәтергә һәм уларға ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт үтәргә кәрәклеген өйрәтергә өндәне, сөнки юл иғтибарһыҙлыҡты һәм еңел-елпе ҡарашты ғәфү итмәй.

Конкурстың һәр этабы балаларҙан иң ҙур тырышлыҡты талап итте. Юл ҡағиҙәләрендә хаталаныу йәки юл ваҡиғаһында зыян күреүсегә табипҡа тиклемге ярҙамды дөрөҫ күрһәтмәү штраф балдары өҫтәүгә килтерҙе. Конкурстың иң тамашалы этабы “Велосипедты фигуралы йөрөтөү” булды.

Ярыш йомғаҡтары буйынса ҡатнашыу-сыларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, дәрт һәм бик шәп тәжрибә алды. Беренсе урынды Башҡорт гимназияһының “Дуҫлыҡ юлы” командаһы (етәксеһе – Елена Щипунова) алды, икенсе – Яңы Мишәр мәктәбенең “Клаксон” командаһында (Гөлсинә Ғүмәрова), өсөнсө урынды Дыуан-Мәсетле (Эльвира Абдрахманова) һәм Оло Аҡа (Наталья Дядина) мәктәптәренең “Светофор” тип аталған бер үк исемдәге командалары бүлеште. Призлы урын алмаған команда диплом менән билдәләнде.

Мәсетле ДОСААФ мәктәбе бағыусы ярҙамы ойошторҙо. Еңеүселәргә миҙалдар, диплом һәм бүләктәр (селфи таяғы, наушниктар) тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө урынға – миҙалдар, диплом, бүләктәр (ручка, брелок). 22 һәм 24 майҙа Салауат ҡалаһында үтәсәк республика конкурсына “Дуҫлыҡ юлы” командаһы район намыҫын яҡларға барасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!