Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Май 2019, 14:03

Мин Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләм!

Юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү


Конкурс барышында үҙәк район китапханаһында осрашыу үтте. Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс класс уҡыусылары менән осрашыу ваҡытында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Вадим Шәрипов уйын аша Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлап, йомаҡтар ҡойоп, иҫкәртеү саралары уҙ- ғарҙы. Малайҙар һәм ҡыҙҙар юлдарҙағы төрлө хәлдәрҙе бергәләп тикшерҙе.

Артабан конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Унда 22 мәғариф учреждениеһынан 170 баланың эше ҡаралды. “Һүрәт” номинацияһында үҙҙәренең йәштәштәре араһында Алһыу Мостаева (“Светлячок” балалар баҡсаһы, етәксеһе – Миләүшә Хисамова), Ләйсән Хорамшина (Яңы Мөслим мәктәбе, Зөлфиә Ғарифуллина), Гүзәл Ғәүнетдинова (Әбдрәхим мәктәбе, Наил Әхмәтханов) еңеү яуланылар. Иң яҡшы плакатты Ангелина Зәбирова төшөргән (Ләмәҙтамаҡ мәктәбе, Фәнил Йәнтүрин). “Фотография” номинацияһында иң юғары баһаға Оло Ыҡтамаҡ лицейының 3 “Г” класы эше лайыҡ булды (Рәйсә Мөхәрәмова). Шулай уҡ еңеүгә өлгәштеләр: Екатерина Габова (“Светлячок” балалар баҡсаһы, Фиҙәлиә Ниязова) һәм Айзилә Фәхретдинова (Туҡбай мәктәбе, Гөлфирә Вәлиева) – “Ҡулдан яһалған аппликация” номинацияһында; Никита Ширяев, Артур Ғиниәтуллин, Роксана Ҡыямова (“Дюймовочка” балалар баҡсаһы, Елена Романчук) һәм Гүзәл Әхмәтханова (Оло Аҡа мәктәбе, Гөлфиә Сафина) – “Ҡул эше-макет” номинацияһында; Илназ Ҡәләмов (Оло Ыҡтамаҡ лицейы, Рита Мәғәсүмова) – “Ҡул эше-модель” номинацияһында.