Ҡыҙҙар һәм малайҙар смотрға етди әҙерләнгән. Төҙ баҫыуҙары, хәрби йыр-ҙарҙы көслө тауыш менән дәррәү баш-ҡарыу, һалдаттарса төҙ һын нәҡ шулар тураһында һөйләй ине. Башҡортостан Республикаһы Бельский казактар берләшмәһенең Оло Ыҡтамаҡ бүлеге начальнигы Юрис Сафиуллиндан, Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиевтан, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Анзалита Мусинанан, уның урынбаҫары Ринат Фәттәховтан торған жюриға еңеүсене билдәләү еңел булманы.
Шулай итеп, “Иң яҡшы строевой атлау” номинацияһында Башҡорт гимназияһының 10-сы класс һәм Түбәнге Бобин мәктәбенең “Йәш гвардия” командалары билдәләнде. “Иң яҡшы отряд командиры” – Евгений Закиров (Теләш мәктәбенең “Ракетчики” командаһы) һәм Лиана Ҡотлоәхмәтова (Оло Ыҡтамаҡ лицейы); “Иң татыу отряд” – “Патриоттар” командаһы (Яңы Мишәр мәктәбе); “Иң яҡшы өҫ кейеме формаһы” – “Һалдаттар” командаһы (Дыуан-Мәсетле мәктәбе) һәм “Йәш армеецтар” (Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы); “Иң яҡшы строевой йыр” – Башҡорт гимназияһының 8-се класс командаһы; “Стройҙа хәрби рух өсөн” – “Еңеүселәр бүләләре” (Оло Ыҡтамаҡ лицейы), “Ялҡын” (Оло Аҡа мәктәбе); “Еңеүгә ынтылыш өсөн” – “Ялҡын” командаһы (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
Смотр-конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Әләгәҙ, Ләмәҙтамаҡ, Йонос мәктәптәре һәм Башҡорт гимназияһы билдәләнде.