Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Апрель 2019, 17:52

Әй ауазы

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу традицияларын һаҡлау


Сараны райондың мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре ойошторҙо. Конкурс ҡумыҙҙы пропагандалауға һәм халыҡ ара-һында популярлаштырыуға, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу тради- цияларын һаҡлап ҡалыуға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Ижади бәйгелә район ауыл биләмәләренән 18 ансамбль һәм 16 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Конкурсанттар традицион халыҡ көйҙәрен башҡар-ҙы. Ҡумыҙҙа импровизациялау ҡыҙыҡлы үтте. Конкурста ҡатнашыусылар тәбиғәттәге ел, ҡоштар, кәкүк тауыштарын оҫта сығарҙы, хатта ат тояғы тауыштарын да ишетергә мөмкин ине. Шулай уҡ баян, ҡурай һәм башҡа музыка ҡоралдарына ҡушылып уйнаған номерҙар ҙа булды. Барыһының да сығышы дан килеп сыҡты.

Сығыш яһаусыларҙың оҫталығын компетентлы жюри баһаланы, уның рәйесе билдәле яҡташыбыҙ, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ине.

Конкурс йомғаҡтары буйынса призлы урындар түбәндәгесә бүленде: “16 йәшкә тиклемге солистар” номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты дипломына Алтынай Ғәлимова (Ишәле ауыл клубы) лайыҡ булды, икенсе урынды Ридан Зәйнетдинов (Һөләймән мәктәбе) менән Фирҙәүес Мөхәмәтова (балалар сәнғәт мәктәбе) бүлеште, өсөнсө урында – Алтынай Дусмөхәмәтова (Башҡорт гимназияһы), Алһыу Сафина (Теләш мәктәбе) һәм Аэлита Саҙиҡова (Балалар сәнғәт мәктәбе).

“16 йәштән өлкән солистар” номинацияһында Илгизә Лоҡманова (Ләмәҙтамаҡ ауыл клубы) еңеүсе булды, икенсе урында – Таңһылыу Зәйнетдинова (Һөләймән ауыл клубы).

Ансамблдәр араһында “Кесе йәш категорияһы” номинацияһында “Мираҫ” ҡумыҙсылар ансамбле (Дыуан-Мәсетле мәктәбе) беренсе дәрәжә лауреаты булды, икенсе урында – “Тамсылар” ҡумыҙсылар ансамбле (Әжекәй ауыл клубы), өсөнсө урын “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбленә (Яңы Яуыш мәктәбе) эләкте. “Өлкән йәш категорияһында” “Байрам” ҡумыҙсылар ансамбле (Дыуан-Мәсетле ауыл клубы) еңеү яуланы. “Һоя” коллективы (Теләш ауыл клубы) – икенсе, йыйылма ҡумыҙсылар ансамбле (Һөләймән ауыл клубы) өсөнсө урынға сыҡты.

Конкурстың Гран-прийын Һөләймән ауылынан Айтуған Зәйнетдинов алды.

Байрамды йомғаҡлап, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкселегендә 140 кеше йыйылма ансамбль булып сығыш яһаны. Ә уны 19-20 июндә Башҡорт-остан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Әй ауазы” халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсын үткәреүгә әҙерләнеү маҡсатында ойошторҙолар.