Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Апрель 2019, 18:09

Бейеүҙәрҙә – матурлыҡ

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Баш-ҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара балалар бейеүҙәре конкурс-фестивале үтте.

Уны ойоштороу идеяһы менән Мәсетле районы хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге һәм Балалар-сәнғәт мәктәбе сығыш яһаны. Сағыу фестивалдә республикабыҙҙың Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Учалы райондарынан һәм Свердловск өлкәһенең Нижнесергинский районынан яңғыҙ башҡарыусылар, мәғариф учреждениелары һәм ижади берләшмәләр коллективтары бейеү сәнғәтенең бар матурлығын асып бирҙе. Конкурстың маҡсаты – балалар хореографияһын пропагандалау, үҫеп килгән быуынды эстетик тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү, хореография сәнғәтен үҫтереү перспективаларын ҡарау.

Сараны Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Лариса Фәрхетдинова менән мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Лариса Худякова асып ебәрҙеләр. Барыһын да был мөһим осрашыу менән ҡотлап, уларға еңел һәм уңышлы сығыштар теләнеләр.

Район Мәҙәниәт һарайында иртәнән алып байрамса атмос-фера күҙәтелде. Төрлө стилдәрҙәге бейеүҙәр, сағыу сығыштар тамашасыларҙы әсир итте. Көндөҙ жюри иң матур сығыштарҙы һайланы, ә инде кис Гала-концерт уҙҙы. Гран-при Ҡырмыҫҡалы районына китте, әммә беҙҙекеләр ҙә уңышлы сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Мәсетле районынан “Соло” номинацияһында еңеүселәр:

- кескәйҙәр төркөмө: Амалия Мөхәмәтвәлиева;

- урта йәштәгеләр төркөмө: III дәрәжә лауреаты – Радик Хизбуллин, дипломант – Эмилия Шәрифуллина;

- өлкәндәр төркөмө: II дәрәжә лауреат – Гөлдәр Ғиниәтуллина.
“Дуэт” номинацияһында:

- өлкәндәр төркөмөндә: I дәрәжә лауреаттар – Лиана һәм Рузил Ҡотлоәхмәтовтар.
“Бәләкәй формалағы ансамблдәр”:

- кесе төркөм: дипломант – “Искорка” хореография ансамбле;

- өлкәндәр төркөмө: дипломант – “Еҙ үксә” хореография ансамбле; I дәрәжә лауреат – “Әйлестан” хореография ансамбле (Мәсетле районы).
“Ҡатнаш ансамблдәр” номинацияһында: дипломант – “Солнышко” хореография ансамбле.
“Стилләштерелгән халыҡ бейеүе” номинацияһында:

- уртансы төркөм: II дәрәжә лауреат – “Радуга” хореография ансамбле; дипломант – “Солнышко” хореография ансамбле .
“Халыҡ бейеүе” номинацияһы:

- кесе төркөм: II дәрәжә лауреат – “Лучики” хореография ансамбле;

- уртансы төркөм: I дәрәжә лауреат –“Радуга” хореография ансамбле; дипломант – “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле;

- өлкәндәр төркөмөндә: I дәрәжә лауреат – “Еҙ үксә” хореография ансамбле; II дәрәжә лауреат – “Әйлестан” хореография ансамбле.