Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Апрель 2019, 14:04

Әҙәби һәләт ташламаһын һеҙҙе

Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы үҙәк район китапханаһында һәләтле авторҙарҙы асыҡлау һәм уларҙың ижады менән китап уҡыусылар-ҙы таныштырыу маҡсатында йыл һайын “Илһам шишмәләре” район конкурсы үтә. Быйыл да күп кенә балаларҙы һәм ололарҙы йыйҙы был ижади сара.

Бәйгелә ҡатнашыусылар жюри хөкөмөнә шиғырҙар, хикәйәләр һәм ҡобайырҙар тәҡдим итте. Башлыса улар алдан иғлан ителгән теманан ситләшмәҫкә тырышты. Үҙ эштәрендә ҡәләм оҫталары Башҡортостандың, тыу-ған төйәктәренең матурлығына дан йырланы. Сығыштарын моң ярҙамында биҙәнеләр, милли костюмдар ҙа урынлы файҙаланылды.

Бәйгеселәрҙең сығыштарын БР һәм РФ Яҙыусылар берлеге ағзаһы Гөлсирә Шафиҡова, район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова, Мәсетле мәғлүмәт үҙәгенең хаттар бүлеге мөдире Айгөл Шарапова баһаланы. Улар башҡарыу оҫталығын, һәләтен, тел байлығын һәм ижади алымдарҙың оригиналлеген иҫәпкә алды.

Бәйге йомғаҡтары буйынса өлкәндәр араһында Венера Шәйхисламова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ Адель Абдрахманова (Оло Ыҡтамаҡ) менән Сажиҙә Фәйзрахманованың (Әбдрәхим) ижадтары юғары баһаланып, уларға икенсе урын бирелде. Өсөнсө урынға Әләгәҙҙән Владимир Коровкин лайыҡ булды.

Уҡыусылар араһында Данэлия Кәшфуллинаның (Түбәнге Бобин) ижады иң яҡшыһы тип табылды. Икенсе урынға Йонос мәктәбенән Айгүзәл Фәттәхова менән Әләгәҙ мәктәбенән Аделия Әфризунова сыҡтылар. Түбәнге Бобиндан Кирилл Рамазанов өсөнсө урынға лайыҡ булды.

“Мәсетле тормошо” район гәзите призына Һөләймәндән иң өлкән ижад итеүсе Фәнүзә Дусмөхәмәтова һәм Йонос мәктәбенән 8-се класс уҡыусыһы Илүзә Ғиниәтуллина эйә булды. Айгүзәл Фәттәховаға, Аделия Әфризуноваға, Данэлия Кәшфуллинаға һәм Рәғиҙә Солтановаға (Йонос) мәғариф бүлеге бүләктәре тапшырылды. Һәр ҡатнашыусы сертификат һәм китап менән бүләкләнде.

Юлиә ЙӘҺҮҘИНА.