Һөнәри оҫталыҡ конкурстарында беҙҙең район намыҫын муниципаль этапта еңеүселәр: Оло Аҡа мәктәбенең математика уҡытыусыһы Илмира Дилмөхәмәтова (“Йыл уҡытыусыһы” ); 1-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыу-сыһы Айтуған Таһиров (“Йәш йыл уҡытыусыһы”); 1-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушина (“Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу-сыһы”); Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флорида Сәлихова (“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”) яҡланы.
Конкурс ике этапта үтте: ситтән тороп һәм өс туранан-тура ҡатнашыу турҙарынан торҙо.
“Методик портфолио” ситтән тороп ҡатнашыу туры ике: “Интернет-ресурс” һәм “Мин – уҡытыусы” конкурс һынау-ҙарын үҙ эсенә алды. Педагогтар һөнәри эшмәкәрлек сифаттарын күтәреү ресурсы булараҡ мәғлүмәт-коммуникация технологияларын файҙаланыуҙарын күрһәтте. Эссе яҙҙылар, унда үҙҙәренең уҡытыусы һөнәрен һайлау сәбәптәрен, педагогик принциптарын һәм белем биреүгә үҙ ҡараштарын, хәҙерге заман донъяһында педагог миссияһын үҙҙәре нисек аңлауҙарын асты.
Беренсе, “Методик семинар” туры һынауын уңышлы үтеп, беҙҙең конкурсанттарға икенсе, этапҡа рөхсәт бирелде. Бында һәр уҡытыусы заманса талаптарға ярашлы инновацион технологиялар, методтар, алымдар ҡулланып, үҙенә бер төрлө, ҡыҙыҡлы дәрес күрһәтте.
Ике ситтән тороп һәм ике туранан-тура ҡатнашыу һынауҙары йомғаҡтары буйынса икенсе, туранан-тура ҡатнашыу турында ҡатнашыуға 51 педагогка рөхсәт ителде. Башҡортостандың иң яҡшы йәш уҡытыусыһы исеме өсөн көрәште Айтуған Таһиров та дауам итте. Ул “Оҫталыҡ дәресе”, “Класс сәғәте” һәм “белем биреү проекты” кеүек һынауҙарҙы үтте.
Һөҙөмтәлә беҙҙең райондан Нина Ярушина “Һөнәргә тоғролоҡ” һәм Айтуған Таһиров “Педагогик өмөт” номинацияларында еңеүсе булды. Илмира Дилмөхәмәтова менән Флорида Сәләхова һөнәри конкурстар ҡатнашыусылары дипломдарына лайыҡ булды.