Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Март 2019, 12:06

Мәсетле ере таланттарға бай

22 мартта киске сәғәт 7-лә Гала-концерт була





Хеҙмәт коллективтары араһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Таланттары менән балҡый Мәсетле ере” II район үҙешмәкәр сәнғәт фестивале ахырына етте.

Үткән йома район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Оло Ыҡтамаҡ лицейы коллективы сығыш яһаны. Һәр концерт номеры тамашасыла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, үҙешмәкәр сәнғәттең районда уңышлы үҫешеүен һәм халыҡ мәҙәниәтенең айырыл-ғыһыҙ бер өлөшө булып тороуын раҫланы.

Мәҙәни сараға етди ҡараған күп һанлы ҡатнашыусылар сәхнә образы тыуҙырыу өсөн үҙенсәлекле сығыштар әҙерләгән һәм костюмдар һайлаған. Үҙҙәренең сығыштары менән сағыу тамаша бүләк иткән үҙешмәкәр артистарға рәхмәт.