Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Март 2019, 15:05

Руль артында – матурҙар һәм һөйкөмлөләр

Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан “Автоледи-2019” конкурсы уҙғарылды. Уны колледж филиалы етәкселеге ойошторҙо. Әлеге конкурс ике йыл рәттән уҙғарыла. Был юлы автомобиль йөрөтөү оҫталыҡтарын күрһәтергә һигеҙ гүзәл зат тәүәккәлләне.


Конкурс дүрт этапта үтте. Ҡатнашыу- сылар иң беренсе бәләкәй генә сәхнә әҫәре формаһында үҙҙәре, тәүге водитель тәжрибәһе, беренсе тапҡыр ЮХХДИ хеҙмәткәре менән осрашыуы, автомәктәптә уҡыған мәлдәре һәм башҡалар тураһында һөйләне. Үҙенсәлеклелек, ҡыҫҡалыҡ, юмор тойғоһо иҫәпкә алынды. Артабан, компьютерҙа махсус программала 20 минут дауамында тест уҙғарылды, унда конкурсанттарға Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һорау-ҙарына яуап бирергә кәрәк ине. Конкурстың өсөнсө этабында бәйгелә ҡатнашыусылар “Юлда тәүге ярҙам күрһәтеү” темаһына һорауҙар менән билеттар һайлап, әҙерлекһеҙ берәр һорауға яуап бирҙе. Яуаптарҙың дөрөҫлөгө һәм тулылығы иҫәпкә алынды. Дүртенсе этапта улар “йылан”, “90 градусҡа боролош”, “параллель парковка”, “эстакада”, “артҡа биреп бокс-ҡа инеү” күнегеүҙәрен үтәне.

Ныҡышмалы ярыш һөҙөмтәһендә “Автоледи-2019” титулын Илһөйәр Ямалетдинова яуланы, 2-се урынды Гүзәл Юнысова һәм 3-сөнө Зәлиә Хафизова алды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле дипломдар һәм бүләктәр менән наградланды.