Шаяндар һәм тапҡырҙар ярышында Оло Ыҡтамаҡ лицейы, Башҡорт гимназияһы һәм Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы командалары ҡатнашты. Ярыш төрҙәре араһында тапҡырлыҡ, шаянлыҡ һәм тарихи ваҡиғаларҙы, һалдаттар тормошон белеүҙе талап иткән хәрби темаға конкурстар күп ине. КВН-ды “Орленок” кадеттар класы тәрбиәләнеүселәре һәм хәрби-патриотик йыр конкурсы еңеүселәренең сығыштары биҙәне. Беренсе урынға Башҡорт гимназияһы командаһы (етәксеһе – Лилиә Мөхтәрова) иреште, икенсе урында – лицей уҡыу-сылары (Алена Королева), өсөнсө – колледж студенттары (Альбина Зарипова).