Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Февраль 2019, 18:08

Һәләтле балалар

Йәш йондоҙҙар ҡабынды

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Йәш таланттар-2019” АРТ-проекты Бөтә Рәсәй конкурсы буйынса Балалар сәнғәт мәктәбендә зональ бәйге үтте.

Унда Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле райондарынан 54 йәш музыкант үҙ һәләттәрен күр-һәтте. Жюрила бик мәртәбәле белгестәр – атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары булды. Рәйестәре – училище директоры Ринат Хәликов.

Бәйге йомғаҡтары буйынса Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыу-сылары уңыштарға иреште: Анита Йомағолова – 3-сө урын (фортепиано), Нәркәс Бәҙретдинова – 2-се урын (халыҡ йыры), Айҙар Сафиев – 1-се урын (тенор), Владислав Муллағәлиев – диплом (тенор), Рената Ғарифуллина һәм Софья Кобякова (флейта) ҡатнашыу-сы сертификаты алдылар.

Призлы урындар яулаған бәйгеселәр 2019 йылдың мартында Өфө ҡалаһының урта махсус музыка колледжында үтәсәк Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.

Эльвира ҒИМРАНОВА,

Балалар сәнғәт мәктәбе завучы.