Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһында балалар һәм йәштәр берләшмәләре лидерҙарының “XXI быуат лидеры” зональ конкурсы үтте.
Сарала ҡатнашыу өсөн Мәсетле, Салауат, Дыуан райондарынан 12-17 йәштәге 27 уҡыусы килде. Улар барыһы ла мәктәп һәм район берләшмәләрендә әүҙемлек күрһәтә, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ирекмәндәр хәрәкәттәрендә торалар. Һәр береһе, һис шикһеҙ, лидерлыҡ һәләтенә эйә, башҡаларҙы үҙҙәре артынан эйәртергә, тирә-яҡтағыларға йоғонто яһарға, күпселектең мәнфәғәттәрен яҡларға, маҡсат ҡуйырға һәм билдәләнгән бурыстарға ирешергә һәләтле.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар өс көн дауамында үҙҙәренең лидерлыҡ, ойоштороу һәләттәрен, коллективта эшләй белеүҙәрен күрһәтте. “Бергә” йәмәғәт йәштәр ирекмәндәр хәрәкәте, “Бер-ҙәмлек” һәм “Йәш мәсетле” клубтары активистары бәйгеселәргә күңелһеҙләнергә урын ҡалдырманы: төрлө мауыҡтырғыс уйындар ойошторҙолар, уларға һынауҙар ваҡытында ярҙам иттеләр.
Зональ конкурсты ябыу тантанаһында район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев менән мәғариф бүлеге белгесе Альбина Ғәлимова ҡатнашты һәм сараны ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙылар.
Алдан ентекле әҙерләнеү һәм ҡатнашыусыларҙың ижади һәләттәре эксперттарҙы бер аҙ ҡаушатып ҡалдырҙы. Бар һынауҙар йомғаҡтары буйынса кесе йәш төркөмөндә Оло Ыҡтамаҡ лицейынан Валерия Шәрифова менән “Бергә” хәрәкәте активисы Альбина Хәсәнова абсолют еңеүсе тип табылды. Өлкәндәр йәш төркөмөндә – “Берҙәмлек” инструкторҙар клубынан Ренат Сафин һәм Малаяҙ ауылы Башҡорт гиназияһынан Аделина Әхмәтшина.
Конкурсты һәр ваҡыттағыса район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, мәғариф бүлеге, Йәштәр үҙәге, Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто ойошторҙо.