Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Февраль 2019, 16:04

Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ

Хәрби-патриотик йыр конкурсы




Район мәҙәниәт һарайында Бөйөк ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығын байрам итеүгә арналған йәш башҡарыусылар араһында “Ышаныс өсөн! Ватан өсөн! Һөйөү өсөн!” хәрби-патриотик йыр бәйгеһе үтте.

Уны район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, йәштәр үҙәге һәм район Мәҙәниәт һарайы ойошторҙо.

Был көндө тамашалар залында уҡыусылар, педагогтар һәм эшсе йәштәр йыйылды. Тантаналы аккордтар байрам сараһына үҙенсәлекле төҫ бирҙе. Сәхнәлә һалдаттарҙың батырлығына һәм Ватанға һөйөүгә арналған һуғыш йылдары йырҙары, заманса композициялар яңғыраны. Ҡатнашыусыларҙың һәр ҡай-һыһы яҡшы кимәлдә сығыш яһаны, ошо осор кейемдәрен һәм атрибуттарын файҙаланды. Һәр ансамбль, дуэт һәм солист юғары баһаға лайыҡ ине.

“Ансамбль” номинация-һында 12-30 йәшлектәр ара-һында “Тембр” ансамбле (Балалар сәнғәт мәктәбе, етәксеһе Ф. С. Ғәйнанова) беренсе урын яуланы, икенсе урын – “Гөлдәр” ансамбле (Яңы Мишәр мәктәбе, Р. Р. Һөйәр-ғолова) (һүрәттә), өсөнсө урын – “Әй бөркөттәре” (Йонос, Р. Г. Лотфуллин).

“Дуэт” номинацияһында 12-30 йәшлектәр араһында беренсе урын – “Latte” ҡыҙҙар дуэты (Әләгәҙ мәктәбе, Г. Р. Самарина), икенсе урын – Яңы Мишәр мәктәбе дуэты (Р. Р. Һөйәрғолова).

7-13 йәшлектәр араһында “Солистар” номинацияһында иң бәләкәй йондоҙсоҡтар барыһын да хайран итте. Беренсе урын Амирхон Эргашевҡа бирелде (Әжекәй, В. Р. Мамедова), икенсе – Йәмилә Абдрахманова (Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбе, З. М. Әбделмәнова).

14-18 йәшлектәр араһында солистарҙан беренсе урында Юлиә Дитц (Әләгәҙ мәктәбе, К. Р. Самарина), икенсе – Йәмилә Кузнецова (Әләгәҙ, К. Р. Самарина), өсөнсө – Илгизә Йосопова (Башҡорт гимназияһы, Л. К. Мөхтәрова).

18-30 йәшлектәр араһында яңғыҙ башҡарыусыларҙан Адель Абдрахманова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) беренсе урын алды, икенсе урын Гөлнара Вәкиловала (Буртаковка).

Хор менән йырлауҙа Оло Аҡа мәктәбе уҡыусылары беренсе урынға сыҡты (А. А. Дәүләтбаева).

Барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырылды, ә еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге дипломдары һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе иң сағыу сығыш яһаусыға махсус приз тапшырҙы.