Сығыш яһаусылар ижади һәләттәрен һәм юғары башҡарыу оҫталыҡтарын күрһәтеп, был байрам ваҡиғаһының барлыҡ шаһиттарын ләззәтләндереп һәм шатлыҡ минуттары бүләк итеп, төрлө планда сағыу тамаша әҙерләгән.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе педагогы Ирек Ғәлимов Баязит Бик- байҙың “Ер” поэмаһын, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Наталья Бауэр “Россия и Башкирия” шиғырын һөйләгәндә грамоталы телмәр, текстың образлы һәм мәғәнә тәрәнлеген, башҡарыу оҫталығы һәм сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәтен күр-һәттеләр.
“Өфө йүкәләре” йырын башҡар-ғанда Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле тауыштары аһәңле яңғыраны (һүрәттә).
Художестволы һыҙғырыу номинацияһында сығыш яһаусы Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы хеҙмәткәре Ришат Фәрхитовтың сығышы дәррәү алҡыштар- ға күмелде.
Үрҙә телгә алынған ойошмаларҙың йыйылма ирҙәр вокаль ансамбле баш-ҡарыуындағы “Батырҙар йыры”н билдәләп үтмәү ҙә хилаф булыр ине (һүрәттә).
Сығыш яһаусы ойошмалар етәкселәре Радик Ғәләүетдинов, Илдар Ғәлимов, Илгизәр Ғилметдинов һәм Анзалита Мусина концертта үҙҙәре лә ҡатнашты: бейенеләр, вокаль ансамблдәрҙә һәм хорҙа йырланылар, ҡумыҙҙа уйнанылар.
“Хор менән йырлау” номинацияһында ҡатнашыусылар залда ултырыусыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Хор коллективы баш-ҡарыусылары етди сығышҡа бик төплө әҙерләнгән. бының өсөн улар әллә күпме репетицияларға йөрөнө, шунда уҡ барыһы ла килеп сыҡмай, әлбиттә, вокаль-техник ҡыйынлыҡтар, тәғәйен образ һәм эмоциональ хис-тойғолар менән бәйле матур һәм “аҡыллы” өндәр өҫтөндә сабыр һәм тир түгеп эшләргә тура килә. Сөнки хорҙа, белгестәр әйтеүенсә, икенсе кешене ишетеү, бер-береңә ҡолаҡ һалыу мөһим, ул берҙәм ынтылышҡа һәм яйға һалынған һулышҡа нигеҙләнгән, унда индивидуаллек баҫылып ҡалмай, ә тулыһынса асыла. Жюри йыйылма хорҙың профессионаллеген билдәләне.
Залдағы тамашасыларҙың әйтеүенсә, уларға төрлө ойошмаларҙа эшләп, бөгөн сәхнәгә сыҡҡан, йырлаған, бейегән, шиғыр һөйләгән таныштарын ҡарауы ҡыҙыҡ булған.