Жюри хөкөмөнә хат дәресенең методик эшләнмәләрен ебәргән 6 уҡытыусы һәм 62 уҡыусы уның еңеүселәре һәм лауреаттары булды. Улар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһынан да 9 кеше бар.
“Истории случаются с теми, кто умеет их рассказывать…” номинацияһында конкурс лауреаттары ара-һында Әләгәҙ урта мәктәбенән Искәндәр Вәкилов (уҡытыусыһы Әлфиә Сәйфетдинова) билдәләнде. Мәсәғүт почтаһы начальнигы Наталья Ковина уға диплом һәм приз – сәғәт тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, беренсе тапҡыр 2015 йылда иғлан ителгән был номинацияла еңеүгә быйыл айырыуса күп ҡатнашыусы дәғүә итте.
Был Әләгәҙ уҡыусыларының “Иң яҡшы хат дәресе” конкурсында тәүге ҡаҙанышы түгел. 2017 йылда Илгиз Шәрипов (уҡытыусыһы Әлфиә Сәйфетдинова) “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау” эше менән төбәк этабында икенсе урын алғайны.