Октябрь-декабрҙә Ғаилә йылына арналған “Һәр ғаиләлә илһөйәрлек. Минең шәжәрәм” III республика конкурсы үтте. Уның маҡсаты – ғаилә ижады традицияларын үҫтереү, үҫеп килгән быуынды әхлаҡи һәм рухи тәрбиәләүҙә ғаиләнең ролен күтәреү, ғаиләнең шәжәрәһен, ырыуҙың һәм тыуған төйәктең тарихын өйрәнеүҙә балаларҙың, йәштәрҙең һәм ололарҙың эҙләнеү-тикшеренеү, ижади һәм танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
Бәйгене “Мин патриот” гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы уҙғарҙы. 7 – 63 йәштәге 280-ләп кеше ғалимдарҙан һәм белгестәрҙән торған компетентлы жюриға шәжәрә төҙөү буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте. Бәйгеселәр араһында уҡыусылар һәм студент-тарҙан тыш төрлө эшмәкәрлек өлкәләре вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, пенсионерҙар бар ине.
Әжекәй мәктәбе уҡыусылары Алина, Лиана, Рөстәм Әсбаповтар һәм уларҙың фәнни етәксеһе – уҡытыусы Зөлфиә Әсбапова конкурста еңеп сыҡтылар һәм ғинуарҙа Өфөгә бүләкләү тантанаһына саҡырылдылар. Әсбаповтарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.