Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2019, 18:01

“Мәсетле тормошо” гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

“Мәсетле тормошо” гәзите редколлегияһы өсөнсө йыл инде ижади эштәре актуаль булған, йәнле ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һәм гәзит уҡыусыларҙың юғары баһаһын алған лауреаттар исемен билдәләй. Штаттан тыш хәбәрселәрҙең йыл буйына баҫылып килгән мәҡәләләрен тикшереп, ошо авторҙар еңеүселәр тип танылды:

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Марат Ғафаров – штаттан тыш хәбәрсе, район тарихы тураһында материалдар өсөн;

Әләгәҙ ауылынан Лидия Голдина – штаттан тыш хәбәрсе, районыбыҙҙың эш кешеләре тураһындағы баҫмалары өсөн;

Һөләймән ауылынан Рида Зәйнетдинова – Ғаилә йылы менән бәйле мәҡәләләре өсөн.