Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Декабрь 2018, 13:29

"Уҡы" акцияһы беҙҙә

Мәсетле районы социаль селтәрҙәрҙә Рәсәйҙең милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлығы тарафынан ебәрелгән “ПроЧитай” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Акцияла ҡатнашыу бик еңел: бының өсөн #ПроЧитай хэштегын ҡуйып һәм үҙеңдең геолокацияңды күрһәтеп, уҡырға тәҡдим ителеүсе исемлектәге китап менән фотоһүрәтеңде социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға кәрәк.

Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә марафонда ҡатнашыусы булып тора. #ПроЧитай махсус хэштегы менән иң күп фотоһүрәттәр һанын баҫтырған төбәккә 2019 йылдың февралендә йондоҙло ПроРФ командаһы киләсәк һәм күренекле ҡунаҡтар ҡатнашлығында асыҡ уҡыуҙар һәм буккроссинг (китаптар менән алмашыныу) уҙғарасаҡ. Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!