Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
30 Октябрь 2018, 12:01

Минең атайым – иң яҡшыһы

Мәҙәниәт һарайында “Минең атайым – иң яҡшыһы” район конкурсы уҙҙы. “Иң яҡшы атай” исеменә биш ғаилә башлығы көрәште. Улар өсөн “ғаилә” һүҙе – ябай һүҙ түгел, ә тормош мәғәнәһе. Был атайҙар үҙ мауығыуҙары һәм шәхсән өлгөләре менән балаларын ғәҙел һәм изге күңелле итеп тәрбиәләй.

Бәйгеселәрҙең сығыштарын мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Лариса Худякова, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илгизәр Ғилметдинов, мәғариф бүлегенең тәрбиә эштәре буйынса төп белгесе Альбина Ғәлимованан торған компетентлы жюри баһаланы. Конкурсҡа атайҙар һәм балалар бик яуаплы ҡараған һәм яҡшылап әҙерләнгән: күргәҙмәләр, ғаилә архивынан фотографиялар менән презентациялар, йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар тәҡдим иттеләр, викторина һорауҙарына теләп яуап бирҙеләр. Ҡулдар тиҙлеген дә тикшерҙеләр: ит турағысты йыйҙылар, йәшелсәләрҙе таҙартып, винегрет эшләнеләр. Сәхнәлә уларға ғаиләнең башҡа ағзалары ярҙам итте, әлбиттә. Уларҙың мөнәсәбәттәрендә иҫ китмәле саф хистәр, һөйөү, дуҫлыҡ тойғолары күренде.

Барлыҡ бәйге төрҙәре үтеп, атайҙар бар оҫталыҡтарын күрһәткәндән һуң, жюри йом-ғаҡтарҙы иғлан итте. Ҡорғат ауылынан Илфат Мәүликаев менән уның ҡыҙы Элина алтын ҡуллылар тип табылды һәм ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаған өсөн мәғариф бүлегенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Түбәнге Бобиндан Максим һәм Иван Хаязов-тарҙың командаһы “Иң яҡшы ижади номер” номинация-һында билдәләнде. Өсөнсө урынды Оло Ыҡтамаҡтан Рәфит Ниязов ҡыҙы Диана менән яуланы, икенсене – Яуыштан Денис һәм Инсаф Нәбиуллиндар. Һөләймән ауылынан Рәфил Зәйнетдинов ҡыҙы Әлфирә менән бәйге еңеүсеһе тип табылды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары менән сертификаттар тапшырылды.

Лайыҡлы наградаларҙы тапшырып, Лариса Михайловна былай тип билдәләне:

– Ғаилә йылында сәхнәбеҙҙә ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаған күп сараларҙың ойошторолоуы бик ҡыуаныслы. Атай булыу – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ, бигерәк тә ҙур бәхет. Бөгөн һеҙ балаларығыҙ менән үҙегеҙҙең күп яҡлы һәләттәрегеҙҙе, тапҡырлығығыҙҙы, иң мөһиме – ғаиләгеҙҙе яҡлай белеүегеҙҙе күрһәттегеҙ. Һәр берегеҙҙең балаһы “Минең атайым – иң яҡшыһы” тип ғорурлыҡ менән әйтә ала.

Айгөл ШАРАПОВА.