Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Октябрь 2018, 14:05

Уҡытыусылар династияһынан мин

Ер йөҙөндә династиялар бик күп: рәссамдар, артистар, шахтер-ҙар, циркачтар, төҙөүселәр… Ә мин уҡытыусылар династияһынан. Династия – ул быуаттар дауамында бер һөнәргә тоғро хеҙмәт иткәндәр быуыны. Мин бөгөн 164 йыл дөйөм педагогик стажға эйә үҙебеҙҙең ғаилә тураһында ғорурлыҡ менән әйтәм.

Быйыл миңә 4-5 октябрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты һәм БР Мәғариф министрлығы ойошторған “Башҡорт-остан Республикаһының иң яҡшы педагогтар династияһы” республика бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Конкурсҡа нигеҙ һалынған 2012 йылдан бирле унда 200-ҙән ашыу династия ҡатнашты. Рекорд педагогик стажға эйә династияның дөйөм хеҙмәт юлы 1089 йыл тәшкил итә.

Был республика бәйгеһе белем биреү һәм мәҙәни-ағартыу сараһы булып тора һәм республикабыҙҙың дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарында, мәғариф идаралыҡтарында әлеге ваҡытта йәки элек эшләгән педагогтар династияларын берләштерә. Конкурс мөһим маҡсаттарға эйә: күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, мәғарифты үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ эштәре өсөн педагогтар династиялары вәкилдәренә йәмәғәт танылыуы килтереү, педагог һөнәренең абруйын күтәреү, алдынғы педагогик тәжрибәне дөйөмләштереү.

Ғаиләмдең шәжәрәһе уларҙың туғанлыҡтан тыш, бер һөнәргә хеҙмәт итеүҙәре менән ҡыҙыҡлы. Минең барлыҡ яҡын туғандарым – уҡытыусылар. Үҙем лицейҙа эшләгәнлектән, оҙаҡ йылдар дауамында ғаиләбеҙ өсөн мөһим булған Уҡытыусы һөнәре тураһында һөйләүҙе мөһим тип таптым.

Беҙҙең педагогтар династияһына нигеҙ һалыусы – олатайым Жильцов Иван Моисеевич. Ул 43 йыл дауамында беҙҙең мәктәптә физика һәм математика фәндәрен алып барған, үҙ предметына ғашиҡ иҫ киткес кеше булған.

Әсәйем Ирина Ивановна Дремина педагог һөнәрен осраҡлы һайламаған. Беренсенән, ул математика уҡытыусыһы булған атаһынан өлгө алған, һәм атаһы кеүек мөғәллим булырға теләгән, әлбиттә. Икенсенән, ул 8 класта уҡығанда уҡ 5-6 кластарҙа вожатый булған. Уға балалар менән эшләү бик оҡшаған. Өсөнсөнән, ул бик уҡырға ярата. 44 йыл ғүмерен яратҡан эшенә бағышлай һәм ошо һөнәрҙе һайлағанына һис үкенмәй.

Бына инде 29 йыл мин уҡытыу-сы-логопед булып эшләйем һәм эшем үҙемә оҡшай. Һөнәрем тел уҡытыусыһының эшенә оҡшаш. Шунлыҡтан әсәйем менән бер төрлө эш алып барабыҙ, тип иҫәпләйем.

Олатайым да, әсәйем дә –районыбыҙ халҡы араһында хөрмәт һәм абруй яулаған ысын педагогтар. Ғаиләбеҙҙең тормош кредоһы – яҡтыртырға, яратырға, ижад итергә, ирешкәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, заман менән бергә атларға, балалар-ҙы яратырға һәм хөрмәт итергә, һәр эштән йәм табырға.

Светлана САЙ,

лицей уҡытыусыһы-логопеды.