Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Сентябрь 2018, 14:04

Сәскәләр – тәбиғәт бүләге

Байрамдарҙы барыһы ла ярата: ололар ҙа, балалар ҙа. Беҙҙең тормошта ниндәй генә байрам булмаһын, улар һәр ваҡыт сәскәләр менән үтә. Улар – өйҙәр-ҙең, парктарҙың, урамдарҙың, баҡса-ларҙың төп биҙәге.

9 сентябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йыл һайын үткәрелеп килгән сәскәләр һәм урамдар байрамы ойошторолдо. Был көндө район Мәҙәниәт һарайы алдында бик күп йәштәр, балалар, ололар йыйылды. Халыҡ бер-береһе менән осрашыу, аралашыу, күңел асыу өсөн килгән байрамға. Бында тамашасылар иғтибарына күп төрлө матур-матур гөлләмәләр, композициялар, тәбиғи материалдарҙан алын-ған төрлө ҡул эштәре тәҡдим ителгәйне. Тирә-яҡ аллы-гөллө сәскәләрҙән нурға күмелгәндәй тойола. Байрам хөрмәтенә йырҙар яңғыраны, конкурстар, викториналар уҙғарылды, өҫтәлдәр әҙерләнгәйне. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, номерҙар күрһәтеп, үҙ-ара биш команда ярышты. Уларға һуңынан матур бүләктәр тапшырылды. Халыҡты байрам менән Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов ҡотланы.

Конкурс программаһында биш команда ярышты. Уларҙың һәр береһе байрамға ентекле әҙерләнгән. Байрам халыҡтың үҙәк майҙан буйлап теҙелеп үтеүенән башланды. Артабан командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Кулинария оҫталығына айырым иғтибар бүленде. Жюри бешерелегән ризыҡтарҙың тәмен, биҙәлеүен баһаланы. Был байрамда “Минең урам тарихы” конкурсы айырыуса урын биләп торҙо. Унда командалар үҙ урамдарының барлыҡҡа килеү, уларға исемдәр биреү тарихы һәм унда йәшәүсе күркәм халыҡ, традициялары, мауығыуҙары тураһында һөйләне.

“Сами с усами” бәйгеһе бигерәк тә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда командалар бирелгән материалдар һәм инструменттар ярҙамында ҡойма яһарға һәм уны буятыр-ға тейеш ине. Был командалар бәйгеһе һуңында, йомғаҡтарҙан сығып, ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙылар.

Жюри составында Рәсимә Кушанова, Гүзәл Йоносова, Лилиә Нуретдинова, Лариса Худякова инде, ә жюри рәйесе Лилиә Мөхтәрова булды.

Сара алдынан комиссия еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн район үҙәге ойошмалары һәм предприятиеларын, урамдарын ҡарап сыҡҡайны. Шулай итеп, “Ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар араһында иң яҡшы сәскә баҡсаһы” номинацияһында 1-се урын сиркәүгә бирелде, 2-се урынға шәхси эшҡыуар Юрий Ризва-нов сыҡты, 3-сө урын иһә Мәсетле ветеринария станцияһына тапшырылды. Сәскәләр үҫтереү буйынса үҙ маркаларын тотҡан тағы ла бер-нисә ойошманы билдәләп үтке килә. Улар: газ хужалығы, балалар шифаханаһы, Мәктәп урамындағы мәсет, “Ҡарағай” шифаханаһы, Шулай уҡ үҙәк район китапханаһы, Балалар сән-ғәт мәктәбе, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте айырылып торҙо.

Шәхси йорттар араһында “Иң яҡшы өй алды баҡсаһы" номинацияһында еңеүселәр: 1-се урын – Мәйсәрә Солтанова, 2-се урын – Рәйлә Хизбуллина, 3-сө урын – Регина Ғатауллина.

Быйыл тағы ла Яңы һәм Энергетиктар урамдары айырылып торҙо – улар сәскәләргә күмелеп ултыра. Афарин, хужабикә- ләр!

Шулай уҡ жюри район үҙәгендәге күп хужаларҙың баҡсаларын билдәләп үтте: Лида Төхвәтуллина, Наилә Сабирйәнова, Лилиә Мөхтәрова, Мәйсәрә Әхмәҙиева, Гөлнара Саярова, Әлфиә Хәйруллина, Людмила Латипова, Гөлнара Нуретдинова, Зөлфиә Әбүбәкирова, Алиса Әхмәтшина, Луара Ғәниева, Любовь Хафизова, Фәриҙә Сәғҙәтова, Рәмзидә Ғабдулхакова, Татьяна Дунаева, Лилиә Сабирова, Татьяна Фуфаева, Ольга Ҡотлоева, Гөлназ Ҡадирова, Лариса Фәрхетдинова, Әминә Ҡәҙербирҙина, Ильвира Сабирова, Флүзә Аҡмалова, Айһылыу Ғабдрахманова, Зәлифә Ғәйнанова, Леонид Жильцов, Гөлсәсәк Дәүләтбаева, Татьяна Андриевских, Әлфиә Ғәлимова, Әнисә Ҡорамшина, Людмила Антипина, Лариса Закомлистова, Венера Вәисова, Галина Ватолина, Неля Закомлистова, Валентина Искорцева, Зәлиә Чусова, Фәймә Ибраһимова, Ирина Йыһаншина, Светлана Йоносова, Лариса Ғәниева, Рәзилә Латипова, Зәфүрә Фуфаева, Сулпан Әхмәҙиева, Ольга Ваулина, Мәнзиә Нәбиуллина, Наталья Чистякова, Елизавета Думинова, Татьяна Худякова, Хафиза Аҙнабаева.

Сәскә-декоратив сәнғәт конкурсы йомғаҡтары: 1-се урын – үҙәк район дауаханаһы, 2-се урын – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто. Өлгөлө йорттар хужалары: Зөлфиә Ҡәләмова, Лира Ғәлиуллина, Лена Хәйруллина, Гөлнара Михайлова, Ирина Корякова, Гөлназ Ҡадирова, Гөлгөнә Йыһанурова.

Адель ГАФФАРОВА.