Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Сентябрь 2018, 18:10

Үрнәк ал

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР-ҙың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы иғлан иткән “Үрнәк ал” социаль әүҙем ғаиләләр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү ахырына яҡынлаша.

Бәйгегә ҡала йәки райондың йәмәғәт тормошонда, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшендә әүҙем ҡатнашҡан йәки ирекле эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ғаиләләр ҡатнаша ала. Бының өсөн 9 сентябргә тиклем ғаиләнең социаль йәһәттән әүҙем эшмәкәрлеге тураһында видеоматериал төшөрөп, уны YouTube, Instagram, Facebook, “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәлә (#Берипример хэштегы менән) урынлаштырырға кәрәк ине. Артабан bash.news сайтындағы конкурстың сәхифәһендә ғариза тултырыу, видеоматериал урынлаштырыуға һылтанманы күрһәтеү шарт. Әйткәндәй, роликтың рус, шулай уҡ башҡорт телендә төшөрөлөүе мөмкин. Видеоның оҙайлылығы бер минуттан артмаҫҡа тейеш.

Әлеге мәлдә Башҡортостан район-ҡалаларында йәшәгән 30 ғаиләнән ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында беҙҙең райондан Камалеевтар ғаиләһе лә бар. Уларға уңыштар теләйек.

Ғаиләләр Интернет селтәрендә йәмәғәтселек вәкилдәренең, шулай уҡ махсус комиссияның тауыш һаны буйынса өс этапта һайлап алына. Иң күп мәрәй йыйған ғаилә еңеүсе тип таныла. Уға еңел автомобиль һатып алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.