Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Август 2018, 16:53

“Үрнәк ал”

Рәсәйҙә 2018 йыл Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Республикала – Ғаилә йылы. “Ғаилә” һәм “Ирекмәнлек” – кеше тормошоноң ике мөһим аспекты.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы был төшөнсәләрҙе берләштереп, Башҡортостан Республикаһының социаль әүҙем ғаиләләре өсөн конкурс иғлан итте. Конкурсҡа старт 2018 йылдың 8 июлендә – Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә бирелде.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 8 июлдән 9 сентябргә тиклем ғаиләгеҙҙең социаль йәһәттән әүҙем эшмәкәрлеге тураһында видео материал төшөрөп, уны YouTube, Instagram, Facebook, “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәлә (#Берипример хэштегы менән) урынлаштырырға кәрәк.

Артабан https://bash.news/pro/beriprimer/ сайтындағы конкурстың сәхифәһендә ғариза тултырыу, видеоматериал урынлаштырыуға һылтанманы күрһәтеү шарт. Әйткәндәй, роликтың рус, шулай уҡ башҡорт телендә төшөрөлөүе мөмкин. Видеоның оҙайлылығы бер минуттан артмаҫҡа тейеш.

Ғаиләләр Интернет селтәрендә йәмәғәтселек вәкилдәренең, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова етәкселегендәге махсус комиссияның тауыш һаны буйынса өс этапта һайлап алына.

Иң күп мәрәй йыйған ғаилә еңеүсе тип таныла. Уға еңел автомобиль һатып алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла. Ул Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылын йомғаҡлау сараһында биреләсәк.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башньюс йәки семьярб.рф сайттарының Конкурстар битендәге “конкурстар һәм акциялар” бүлегендә алырға мөмкин.


Белешмә хеҙмәте телефоны: 88003475000

(эш көндәрендә 11-ҙән 20 сәғәткә тиклем).


Төп бүләк – һеҙҙең ғаилә өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығынан автомобиль