Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Август 2018, 16:51

Иң матур ауыл

Төбәгебеҙҙә “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы” конкурсы үтә. Уны “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы предприятиеһы һәм Йәш депутаттар ассоциацияһы менән берлектә ”Баш-ҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһы ойоштора.

Был конкурс республиканың торама пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халыҡтың ҡатнашлығын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәүҙең абруйын арттырыу маҡсатында үткәрелә. Конкурста халыҡ һаны 5 меңдәң артмаған ауылдар ҡатнаша ала.

Конкурста һуңғы йылдарҙа Мәсетле районының мәҙәни, рухи һәм ижтимағи үҙәгенә әйләнгән Һөләймән ауылы ла ҡатнаша. Унда Ләмәҙтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә йәмәғәт ойошмалары берҙәм эшләй.

“Һөләймән” һүҙе “һөнәрмән” һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм “алтын ҡуллы, оҫта, егәрле, эшсән” тигәнде аңлата. Ысынлап та, был ауылда элек-электән эшсән, тырыш, егәрле халыҡ йәшәй.

Һөләймән ауылы үҙенең данлыҡлы кешеләре – уҡытыу-сылары, нефтселәре, артистары, химиктары, геологтары, докторҙары, профессорҙары, мәҙәниәт һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәре, спортсылары, Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ш. Бабич премияһы лауреаттары менән дан тота.

Районда бер сара ла һөләймәндәрҙең ҡатнашлығынан тыш үтмәй, йыш ҡына улар Һөләймән ауылының нәҡ үҙендә лә үтә. Сөнки урамдарҙың таҙалығы һәм матурлығы, бындағы халыҡтың тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәте һәм тыуған ерҙәренә ҡарата һөйөүе мәсетле-ләрҙе генә түгел, хатта район ҡунаҡтарын да йәлеп итә.

“Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы” конкурсы ике этапта үтәсәк. Заявкалар ҡабул иткән беренсе этап тамамланды ла инде. Ошо йылдың авгусынан сентябренә тиклем планлаштырған икенсе этап БЮТ телеканалында финалистарҙың презентацияһынан һәм интерактив тауыш биреү ярҙамында конкурс еңеүселәрен билдәләүҙән торасаҡ.

Конкурста ауылдың тышҡы ҡиәфәтенә генә түгел, ә уның тарихына, халыҡтың ауыл тормошонда ҡатнашыу кимәленә, ауыл сайтының йәки төркөмөнөң интернет киңлектәрендә алып барылыуына, шулай уҡ ауылда ғөрөф-ғәҙәттәрҙең һәм мәҙәни йолаларҙың булыуына һәм һаҡланыуына ла баһа биреләсәк.

Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Еңеүсе ауылда “Башҡортостан Респуб-ликаһының иң матур ауылы” тигән махсус стела ҡуйыласаҡ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.