“Бесән сабыусылар турниры” – Рәсәй өсөн уникаль, тамашалы һәм “экологик яҡтан таҙа” спорт-фольклор бәйгеһе. “Бесән сабыу-сылар турниры” – Урал йәйе, бесән сабыу байрамы, ҡомарлы һәм тамашалы бәйге, сабыу оҫталары һәм халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре белгестәре менән осрашыу.
Уралдағы Әртә ҡасабаһы ярыш үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланмаған: уның төп иҫтәлекле ере – инде ике йөҙ йыл дауамында сал-ғылар әҙерләүсе Әртә заводы. Турнир 2011 йылдан башлап уҙғарла. Бесән сабыусылар ярышы – Турнирҙың төп ваҡиғаһы, әммә берҙән-бер генә түгел. Турнир дүрт май-ҙансыҡта үтә: спорт майҙансығында сабыу буйынса ярыш, төп сәхнәлә концерт программаһы, уйын майҙансығында балалар өсөн саралар һәм йәрминкә.
Быйыл Мәсетле районынан ике команда ҡатнашты:
1. Аҡтимеров Раян Рафаил улы һәм Әхәтова Нурия Әүхәт ҡыҙы (Оло Аҡа ауыл биләмәһе);
2. Төхвәтуллин Баязит Булат улы (Яңы Яуыш ауыл биләмәһе) һәм Ниғәмәтуллина Гөлфиә Вәдит ҡыҙы (Яңы Мишәр ауыл биләмәһе).
Шул уҡ кешеләр район исеменән индивидуаль зачетта ла ҡатнашты. Тотош дистанцияларҙа: ирҙәр араһында – 2,0х50 м, ҡатын-ҡыҙҙар араһында – 1,5х50 м оҙонлоҡта ҡатнашыусылар араһында ныҡышмалы көрәш барҙы.
Ҡайырым сифаты, сабыу ваҡыты һәм сабыусының тышҡы ҡиәфәте буйынса турнирға йомғаҡ яһалды, уның буйынса бәйгелә ҡатнашыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.
Мәсетле Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең I категориялы белгесе.