Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Май 2018, 13:04

Сәхнәлә – иң йәш артистар

Яңыраҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһында мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре араһында Ғаилә йылына арналған район шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда 14 балалар баҡсаһынан 23 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Конкурсҡа етди әҙерләнеп, башҡарыу оҫталығы һәм үҙенсәлеге күрһәтеп, барыһы ла иҫ киткес сығыш яһаны. Вилдан Мөхтәров (Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы) һәм Константин Кузнецовтың (Әләгәҙ ауылы “Родничок” б/б) сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ сығышын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Балалар башҡарыу һәләттәре һәм һөйкөмлөлөктәре менән жюри ағзаларының күңелен арбаны.

Жюри алдында еңел булмаған, еңеүсене һайлап алыу бурысы торҙо. Һәр бала талантын һәм үҙен күрһәтеү һәләтен асты. Ләкин конкурс – конкурс инде, һайларға тура килде!

“5 йәшлек балалар араһында иң яҡшы шиғыр һөйләүсе” номинацияһында: 1-се урынды Алина Нуртдинова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы), 2-сене Любовь Әмирова (Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Светлячок” б/б), 3-сөнө Дмитрий Лузин (Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Башаҡҡай” б/б) алды.

“6 йәшлек балалар араһында иң яҡшы шиғыр һөйләүсе” номинацияһында:

1-се урын – Вилдан Мөхтәров (Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы), 2-се –Константин Кузнецов (Әләгәҙ ауылы “Родничок” б/б), 3-сө – Анастасия Худякова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Светлячок” б/б).

“7 йәшлек балалар араһында иң яҡшы шиғыр һөйләүсе” номинацияһында:

1-се – Ләйлә Абдулхаева (Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы), 2-се – Диана Зәйнәғетдинова (Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” б/б), 3-сө – Самира Турсунова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Башаҡҡай” б/б).

Әүҙем ҡатнашҡандары һәм кинәнес бүләк иткәндәре өсөн конкурста ҡатнашыусыларҙы әҙерләгән барлыҡ педагогтарға, шулай уҡ конкурстанттарға рәхмәт белдерәбеҙ. Барыһына ла артабанғы уңыштар теләйбеҙ.

Светлана Йәннурова,Мәсетле районы мәғариф бүлеге методисы.



Зөләйха Мөхтәрова, Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ҡояшҡай” балалар

баҡсаһының әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе:

- Беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре әлеге конкурста икенсе йыл әүҙем ҡатнаша. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм хеҙмәткәрҙәренең көндәлек хеҙмәте һәм ата-әсәләрҙең ярҙамы, тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәренең тырышлығы арҡаһында быйыл беҙҙең балалар өс номинацияла беренсе урын алды. Шулай уҡ Арыҫлан Ҡуштыев ҡатнашыусы сертификатына эйә булды. Бөтә конкурсанттар ҙа Мәсетле районының мәғариф бүлеге грамоталарын һәм балалар баҡсаһынан иҫтәлекле бүләктәр алды.