Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Май 2018, 11:33

Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2018

Өфө ҡалаһының “Черемушки” балаларҙы сәләмәтләндереү лагерында белем биреү учреждениелары йәш юл хәрәкәте “инспекторҙары” отрядтары араһында “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсының финалы булды.

Беҙҙең райондан конкурсҡа муниципаль этапта еңеүсе – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Вадим Шәрипов етәкселегендәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһының 5 “Б” класы уҡыусылары Арсен Ҡазиханов, Дмитрий Петренко, Снежана Ҡотлоева һәм Айлина Шарапова составындағы команда барҙы. Ике көн дауамында балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, медицина ярҙамы күрһәтә белеүҙәрен ҡулланып биш станция үтте. Шулай уҡ йәш юл хәрәкәте “инспекторҙары” велосипедтарға оҫта идара итеп, фигуралы йөрөүҙең үтә лә ҡатмарлы элементтарын башҡарҙы.

“Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсының һөҙөмтәләре уны тантаналы ябыу мәлендә ишеттерелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡотлап Коми Республикаһы башлығы Тамара Николаева мөрәжәғәт итте. Ул балаларҙың бәйгегә әҙерләнеү ваҡытында, уны уҙғарғанда шаҡтай ҙур белем алыу-ҙарын билдәләне һәм юлдарҙа хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусы йәштәрҙең яңы күнекмәләрен көндәлек тормошта оҫта файҙаланырына өмөт белдерҙе.

Беҙҙең команда “Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” этабында призлы урын алды һәм МВД-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы дипломы, шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.

Әлфиә АҠМАЛОВА,

Башҡорт гимназияһының өлкән вожатыйы.


Һүрәттә: Йәш “инспекторҙар” Вадим Шәрипов менән.