Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Апрель 2018, 18:08

Конкурс еңеүселәре

“Башҡортостан ҡоштары” VIII Республика балалар интернет-конкурсына йомғаҡтар яһалды, унда Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡыу-сылары ла ҡатнашты.


Конкурсты ойоштороусылар – Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, “Балалар радиоһы” мәғлүмәт партнеры һәм “Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзы”.

Конкурсҡа бөтә республиканан 4797 рәсем ҡабул ителгән. Еңеүселәр иҫәбенә беҙҙең Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто тәрбиәләнеүселәре лә эләкте. “Башҡортостанда күренеүсе күсмә ҡош төрө менән һүрәт” номинацияһында Александра Балахонцева һәм Элина Ташморатова 2018 йыл ҡошо менән рәсеме өсөн еңеүсе грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланған. Уларҙың икеһе лә Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йортоноң “МИФ” берекмәһендә педагог Лилиә Мөхөбуллинала шөғөлләнә.

Киләһе миҙгел октябрҙә үтәсәк. Һәр ваҡыттағыса конкурс биш номинациянан тора: Башҡортостан ҡошо менән фото; ҡоштар өсөн файҙалы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу; Башҡортостандың оя ҡороусы ҡош төрө менән рәсем; күсмә ҡош төрө менән һүрәт; Башҡортостандың оя ҡороусы һәм күсмә ҡоштары тураһында һорауҙар.

Ринат ФӘТТӘХОВ,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң

уҡытыу-тәрбиәләү

эше буйынса директор урынбаҫары.